Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728

Наши новости

ҒАШИҠТАР, ҺЕҘҘЕ КӨТӘБЕҘ! Филармонияның "йондоҙло парҙары" тәҡдим итә.....
БАШКИРСКАЯ МУЗЫКА БУДЕТ ЗВУЧАТЬ В САУДОВСКОЙ АРАВИИ Башкирский "Аргымак" примет участие во "Вселенной кочевников" в Саудовской Аравии.....
“ЙОНДОҘҘАР ПАРАДЫ – БЕҘҘӘ!” «8 кистә 80 йондоҙло йыл» проекты сиктәрендә. Эстрада тарихы.....
Юношеская филармония Башкортостана представила концерт классической музыки В Башкирской филармонии продолжает свою работу уникальный проект «Юношеская филармония Республики Ба.....
ЗВУЧАЛА ПЕСНЯ НА ДВОИХ... 8 февраля на сцене Большого зала Башкирской филармонии с успехом прошел концерт «Песня на двоих».....
МУЗЫКАЛЬНОЕ ПРИНОШЕНИЕ РОДНОЙ РЕСПУБЛИКЕ ОТ ФИЛАРМОНИИ Нынешний год для нашей республики является особенным. Мы отмечаем 100-летие образования Республики Б.....
Национальный оркестр народных инструментов РБ представил программу «Пой, моя республика!» Программу «Пой, моя республика!» посвятили празднованию 100-летия со дня образования Башкортостана.....
ГЕЛ БЕРГӘ! Тауыштарҙы йәлләмәйек, дуҫтар!.....
«ПОГОВОРИМ?!...»: ПРОДОЛЖЕНИЕ СЛЕДУЕТ… К юбилею филармония запустила несколько премьерных проектов. Один из них – цикл вечеров для всей сем.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Февраль 2019

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиМоңло күңел

Вернуться назад

Моңло күңел

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 12.04.2016

Кисә, 11 апрель, филармнияның ҙур залында башҡорт эстрадаһында яҡты йондоҙ булып балҡыған, тиҙ арала күптәрҙең күңелен яулап өлгөргән Искәндәр Ғәзизовтың концерты үтте

Кисә, 11 апрель, филармнияның ҙур залында башҡорт эстрадаһында яҡты йондоҙ булып балҡыған, тиҙ арала күптәрҙең күңелен яулап өлгөргән Искәндәр Ғәзизовтың концерты үтте.
”Аҡлы-ҡаралы донъя”, “Һин киткәнгә көймәйем”, “Ҡарағай урманында”, “Йәшлек йәше” һәм башҡа тәрән мәғәнәле моңло йырҙары менән республика сәхнәһендә генә түгел, хатта сит өлкәләрҙә лә танылыу яулаған йырсыны, әйтерһең дә, өфөлөләр ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Искәндәрҙең һәр сығышын тамашасы алҡыштар менән оҙатты, сәскә гөлләмәләренә күмде.    
Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Искәндәр Ғәзизов үҙенең ижадташ дуҫтары менән бергә бик матур “Йәшәү йәмем йырҙарҙа” исемле тамаша әҙерләгән. Артистың мөхәббәт, ғаилә, тыуған яҡ тураһында “Үткәндәргә ҡайтыу кәрәкмәй”, “Әйтер ине әсәй”, “Кермә минең төштәремә”, “Хәйерле юл, ҡоштар“ кеүек   йырҙары халыҡтың йөрәге аша үтеп, күңелен тирбәтте. Мәшһүр ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов, республика конкурстары лауреаты Илнур Һибәтуллиндарҙың моңло итеп ҡурайҙа уйнауы, Искәндәр Ғәзизовтың билдәле йырсы Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Вәхит Хызыров, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов, республика конкурстары лауреаты Гүзәл Аҫылбаевалар менән бергә дуэт башҡарыуы тамашаға сағыу төҫ өҫтәне. Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадырованың моңло йырҙарын, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге
БР-ың Халыҡ ҡоралдары милли оркестрының сығышын да тамашасы йылы ҡабул итте. Йәш бейеүсе ҡыҙҙар Лилиә Хажиғәлиева менән Регина Баракованың бейеүҙәре тамашаны тағы ла дәртләндерә төштө. 
Концерт барышында йырсының ауылдаштары, күп йырҙар авторы Родион Мортазин сәхнәнән Искәндәргә изге теләктәрен еткереп, сәскә бүләк итте.
Йырсы булыу Искәндәрҙең булмышына яҙылғандыр. Уның матур «Йәшәү йәмем йырҙарҙа» исемле концертын ҡарап халыҡ, донъя хәстәрен әҙгә генә булһа ла онотоп, күңел тыныслығы алып ҡайтҡандыр. 
 

Вернуться назад