Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930

Наши новости

МУЗЫКАЛЬНАЯ СУББОТА ОТ ФИЛАРМОНИИ Концертные марафоны: традиция продолжается.....
Башкирская филармония открывает новый сезон Новый сезон в Большом зале начнётся в формате музыкального ринга «МузРингШоу» (МоңRingШоу) под назва.....
Солист филармонии стал лауреатом Международного конкурса Дамир Таипов – лауреат конкурса имени Наримана Сабитова.....
Филармония представляет новые эстрадные коллективы Новое дыхание и новое звучание эстрады!.....
Внимание! Не пропустите! "МузRingШоу" Открытие 79-го концертного сезона в Большом зале "ЗА ЖИЗНЬ НА СЦЕНЕ" пройдёт в формате музыкального .....
Поздравляем с победой! Кураист Башкирской филармонии Ильнур Хайруллин стал обладателем Гран-при Регионального фестиваля ба.....
В Башкирской филармонии выступит Нидерландский секстет «Hexagon» 25 ноября секстет «Hexagon» снова выступит в филармонии. В программе концерта - Н.А. Римский-Корсако.....
Виктория Симонова: «Хорошая музыка повышает качество нашей жизни» Интервью с лектором-музыковедом Викторией Симоновой.....
С днём профсоюзного работника Республики Башкортостан! Поздравляем всех членов профсоюзов своих организаций! И надеемся на пополнение рядов профессиональны.....
В декабре стартует "АМАНАТ"-2 II Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ» (думбыра, кыл-.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наши фестивали

II Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ»

Подробнее...

Наш репертуар

Декабрь 2017

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Пресса”Кешене рәнйетеүҙән ҡурҡам” Билдәле йырсының үҙенә талаптары ҡатымы?

Вернуться назад

”Кешене рәнйетеүҙән ҡурҡам” Билдәле йырсының үҙенә талаптары ҡатымы?

Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА/“Йәшлек”

Дата: 24.03.2016

Башҡортостандың халыҡ артисы Римма АМАНГИЛДИНА тамашасы һөйөүен халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ яуланы. Шул уҡ ваҡытта “Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары”, ”Сыҡма барыр юлдарыма”, ”Кисер” йырҙары менән ул үҙен эстрада йондоҙо итеп тә танытты. “Йәдкәр” фольклор ансамблендә хеҙмәт юлын башлаған Римма Зәйнетдин ҡыҙы бөгөн ниндәй уйҙар менән йәшәй? Йыр уның тормошонда ниндәй урын биләй? Бөгөнгө әнгәмә ошо хаҡта булыр

Башҡортостандың халыҡ артисы Римма АМАНГИЛДИНА тамашасы һөйөүен халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ яуланы. Шул уҡ ваҡытта “Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары”, ”Сыҡма барыр юлдарыма”, ”Кисер” йырҙары менән ул үҙен эстрада йондоҙо итеп тә танытты. “Йәдкәр” фольклор ансамблендә хеҙмәт юлын башлаған Римма Зәйнетдин ҡыҙы бөгөн ниндәй уйҙар менән йәшәй? Йыр уның тормошонда ниндәй урын биләй? Бөгөнгө әнгәмә ошо хаҡта булыр.
–Һеҙҙәге үҙенсәлекле моң, ҡабатланмаҫ тауыш ҡайҙан? Матур тәбиғәтле Әбйәлил ерлеге һеҙгә ошо талантты бүләк иткәнме, Әллә ул тырышлыҡ емешеме?
–Талант– тәбиғәт бүләгелер ул. Әсәйем матур йырлай торғайны, һирәк йырланған, быға тиклем ишетмәгән халыҡ ижады ынйыларын башҡарҙы. Уларҙы өйрәнмәп ҡалмауым өсөн һаман да үкенәм. Тик тырышлыҡһыҙ, талант менән генә йырсы булып булмай. Башҡорт халҡында йырламаған кеше юҡ бит ул. Кемгәлер был талант күберәк, кемгәлер әҙерәк бирелгән. Ә йырларға яратһаң, белем алһаң талант үҫә, камиллаша. Уҡығанда өйрәнгән күнегеүҙәр, уҡытыусының кәңәштәре йырсының тауышын эшкәртә, мөмкинселектәрен арттыра. Шулай уҡ, тауыш өҫтөндә эшләү туҡтап ҡалырға тейеш түгел, махсус музыкаль белем алғандан һуң да йырсыға эҙләнергә, өйрәнергә, ҡабатларға кәрәк. 
Мәктәп йылдарында йырлап йөрөгәс үҙемдең теләгем, уҡытыусыларҙың кәңәше һәм әсәйемдең фатихаһы менән Өфөгә, сәнғәт училищеһына юлландым. Документтар тапшырырға килеп инһәм зал тулы кеше, конкурс ҙур. Танышҡан егет-ҡыҙҙарҙың һәр береһе музыка мәктәбен тамамлаған, үҙҙәрен иркен тота. Өмөтөм бер аҙ һүрелә биреп торҙо. Шулай ҙа, бәхетле осраҡ менән уҡырға инеп киттем һәм дүрт йыл белем алырға кәрәклеген белеп шаҡ ҡаттым. Бер ҡатлылыҡ менән, мин йырсы булыуҙы еңел һөнәр тип уйлап йөрөнөм. “Йырлар өсөн дә кеше дүрт йыл уҡыр икән!”– ошо уйым һаман да хәтеремдә. Тәүге осор тауыш асыр өсөн бирелгән күнегеүҙәрҙе эшләүҙән баш тарттым, классик музыканы аңлай алмай йонсоном. Ауылдан килгән ябай балаға оялыуҙы еңеүе лә рәхәттән булманы. 
–Уҡытыусығыҙ һеҙҙең оялыуҙы, аңламауҙы нисек ҡабул итте?
–Мин уҡытыусы Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова класынада белем алдым һәм быны оло яҙмыш бүләге тип ҡабул итәм. Тәүге көндән үк мине аңлап, ҡурсалап, һаҡлап йөрөттө, бөгөнгө көндә лә минең ижадым, тормошом менән ҡыҙыҡһынып, кәңәштәрен биреп тора. Ул шул тиклем изге, киң күңелле кеше: һәр бер уҡыусыһы өсөн йылы һүҙ таба белә. Миңә лә оло өмөттәр бағаланы, ысын сәнғәт донъяһына илтеүсе юлға баҫтырҙы. Әрләп тә алыр ине, сабыр ғына итеп өгөтләп ултырғаны ла булды. 
–Ҙур сәхнәләге тәүге сығышығыҙ хәтерегеҙҙәме?
–Эйе, Опера һәм балет театры сәхнәһендә ниндәйҙер ҙур концерт булды. Минең уҡып ҡына йөрөгән саҡ, Тәнзилә Үҙәнбаева, Хәйҙәр Бигичев, Зөһрә Сәхәбиева, Ғәли Хәмзин кеүек йондоҙҙарҙы күреп иҫем китте. Улар янына гримм бүлмәһенә инергә оялып, сәхнә артында ғына кейем алыштырҙым. 
–Һеҙҙе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге фотомодель тип тә атарға мөмкин. Матурлыҡ өсөн ваҡыт һәм аҡса йәлләмәйһегеҙме?
–Йәш саҡта һәр кем матур, тигәндәй элек әллә ни әһәмиәт бирмәй торғайным. Ваҡыт үтеү менән эстетик матурлыҡҡа күберәк иғтибар бирә башланым. Сәхнә гүзәллекте ярата, был талаптарға мин дә яуап бирергә тейешмен. Үҙемде тәрбиәләп, ҡарап йөрөргә тырышам. Косметологтарға мөрәжәғәт итә башланым, дөрөҫ туҡланырға, күберәк йоҡларға тырышам, мунсаға йыш йөрөйөм. Йөҙөү менән шөғөлләнәм, сифатлы биҙәнгестәр, кремдар ҡулланам.
Сәхнәлә бөтөн иғтибарыңды йырға йүнәлтер өсөн тышҡы ҡиәфәтең камил булырға тейеш. Күлдәгем ҡыҫка шикелле, сәсем матур ҡуйылғанмы, тип уйлауҙар сығыш яһағанда ҡамасаулай. Шуға күрә һәр сығышым алдынан үҙемде энә күҙәүенән үткәреп алам. Килешле күлдәк, зауыҡлы биҙәүестәр һайлап, матур булып тамашасы алдына баҫам.
–Йырсылар араһында ниндәйҙер йырҙы яратып та башҡара алмаған осраҡтар буламы?
–Әлбиттә. Йырсы өсөн, шул йырҙы шул кеше башҡара, мин дә йырлай алам инде, тип репертуар һайлау дөрөҫ түгел. Һәр тауыштың үҙ йыры, үҙ мөмкинлеге була. Тембр, диапозон мөһим роль уйнай. Хатта йырҙың йөкмәткеһе лә йырсының күңеленә яҡын булмһа, халыҡ ҡабул итмәүе бар. Йыр– ул үҙе айырым фән, уға етди ҡарарға кәрәк. 
–Бөгөнгө көндә сәхнәлә йырлаусы “йондоҙҙар”ҙың күбәйеүе сәнғәттең, йырҙың бәҫен төшөрмәйме?
–Был осраҡта ниндәйҙер ҙур фекер әйтер өсөн музыка белгесе булыу кәрәк. Йырҙың йыртығы юҡ, тиһәләр ҙә, шәхсән минең ҡарашым шундай: йырсы тигән ҙур исемде йөрөтөр өсөн махсус белем алырға кәрәк, репертуарың булыу шарт. 
–Улығыҙ Илнурҙа йырға һәләт бармы?
–Бар, матур йырлай, бала саҡтан шиғырҙар һөйәргә яратты. Хәтере яҡшы, ҙур-ҙур текстарҙы һә тигәнсе ятлап ала. Тик беҙ уның сәхнә кешеһе булыуын теләмәнек, үҙе лә ҙур теләк белдермәне. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында белем алды, әлеге ваҡытта әрме сафына саҡырыу көтәбеҙ.
–Һеҙ филармонияның лекторийында эш башланығыҙ бит инде. Быны эстраданан китеү тип ҡабул итергәме?
–Юҡ, бары тик һирәк сығыш яһарға тура киләсәк. Эшемдең төп йүнәлеше классик әҫәрҙәр булғас эстрадаға ваҡыт етмәй ҡала. Композиторҙар Риф Арыҫланов, Флүрә Үҙәнбаева, Фәрит Яҡшығолов ижад иткән йырҙар күңелемә ныҡ яҡын, киләсәктә улар менән бергә ижад итәсәкбеҙ. Йырҙы халыҡ хөкүменә сығарыу өсөн аранжировка эшләтеү, йырҙы өйрәнеү, тауыш яҙҙырыу кеүек мәшәҡәттәре бар, шуға күрә был процесс әкрен бара.
–Уҡытыусығыҙ Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы тураһында йылы һүҙҙәр менән һөйләп үттегеҙ, ә үҙегеҙҙе уҡытыусы булараҡ һынап ҡарағығыҙ килмәйме?
–Эшләп ҡараным, әле лә үҙем уҡыған Өфө дәүләт сәнғәт институтының этник музыка бүлегендә вокал дәрестәренән уҡытам. Бер аҙ ҡурҡыта: сөнки уҡыусының бөтә яҙмышы минең ҡулымда. Яңлыш алымдар менән, йәки өйрәткән күнегеүҙәр зыян килтереп йырсының тауышын ултыртырға мөмкин. Уҡыусыларым алдында оло яуаплылыҡ тоям.
–Башҡорт ҡыҙҙарын данлап йырлаусы Римма Амангилдина тормошта ниндәй ҡатын?
–Ҡәҙимге генә, ябай ғына кеше мин. Башҡорт ҡатындарына хас сабырлыҡ тураһында әйтеп үтер инем. Кешене ҡаты бәрелеп рәнйетеүҙән ҡурҡам. Өйҙө тәртиптә тоторға тырышам, бешеренергә яратам. Улымды иғтибарҙан, һөйөүҙән мәхрүм итермәй үҫтерҙем.  Һөнәремде әллә ни ҙур күрһәткес итеп тоймайым, бары тик яратҡан һөнәремде башҡарам. Торош юлын бәрелмәй-һуғылмай ғына, һәүетемсә, матур итеп үтергә тырышҡан ҡатын мин.
–26 март һеҙ тамашасылар алдында ҙур концерт программаһы менән сығыш яһарға әҙерләнәһегеҙ. Шул турала ла бер аҙ һөйләп алһағыҙ ине.
–Концертымды шағирә Дилә Булгакованың шиғри юлдарынан алып “Ҡояшы таңым ата” тип атаным. Таң атыу менән күңел ниндәйҙер үҙгәрешкә ынтыла, өмөт уяна, хыялдар яңыра. Ул турала бик күп уйлана инем, ҡулыма шул шиғыр килеп эләккәс, тамашасы күңеленә лә йырҙарым менән яңы өмөттәр һалыу маҡсатында ошо исемдә туҡталдым. Концертта ижадташ дуҫтарым, хеҙмәттәштәрем йырсы Марсель Ҡотоев, музыканттар Азат Биксурин, Илшат Ишморатов, Илшат Мөслимов, Рим Гәрәев, Стәрлетамаҡ бейеү театрында эшләп йөрөүсе бер туған һылыуым Дамира Амангилдина, Уны Винер Камалов менән Эльмира Юлдашева алып барасаҡ, режиссеры һәм сценарий авторы Илшат Фәхретдинов. Программала яңы йырҙар менән бер рәттән халыҡ яратып тыңлаған элекке йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Тамашасыларымды концертымда көтөп ҡалам.
Гөлнур ҠЫУАТОВА, “Йәшлек” 
 

Вернуться назад