Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31

Наши новости

БАШҠОРТ ЭСТРАДАҺЫНДА РЕВОЛЮЦИЯ! АФАРИН, ТИМУР! Был концертты беҙ генә түгел, тамашасы ла түҙемһеҙләнеп көттө........
АБДУЛЛА СОЛТАНОВ 90 ЙӘШЕН БИЛДӘЛӘНЕ Башҡорт дәүләт филармонияһында Абдулла ағай Солтановтың юбилей кисәһе үтте.....
«ДАЛАН»ДАР – ГӨРЛӘШӘ, ЯҠТАШТАР - ОСРАША! Артур Туҡтағолов етәкселегендәге легендар «Далан» эстрада төркөмө милләттәштәрәбеҙ күпләп йәшәгән тө.....
ҠОТЛАЙБЫҘ! 9 һәм 10 ноябрь Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй - 2018» Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар ко.....
С Днем народного единства! 4 ноября - один из главных государственных праздников России!.....
В Башгосфилармонии стартовал юбилейный проект «Nostalgie – ФиларМОҢ. 80 лет за 8 вечеров» В январе 2019 года Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова отметит 80-летний юб.....
ЭДО-20! Джаз и не только! Большой концерт Эстрадно-джазового оркестра на сцене ГКЗ "Башкортостан" с участием ведущих звёзд джа.....
Восемь вечеров под знаком БГФ В нынешнем сезоне главная концертная организация республики – Башкирская филармония – вошла в своё т.....
WORLD MUSIC: творческий батл оркестров! Оркестр традиционной музыки города Тэгу, Южная Корея VS Национальный оркестр народных инструментов Р.....
НЕВЕРОЯТНЫЕ ГАСТРОЛЬНЫЕ ПРИКЛЮЧЕНИЯ ЭДО БГФ Звуковую сокровищницу «Мосфильма» пополнил аудиодиск Биг-бэнда Башкирской филармонии.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ»

Конкурс «Аманат» вновь откроет новые имена

17 и 18 декабря 2018 года в Уфе состоится III Республиканский конкурс исполнителей на башкирских народных инструментах «АМАНАТ» (думбыра, кыл-кубыз).

Подробнее...

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Декабрь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

НовостиИжад миҙгеле «Бәхетле билет» менән тамаланды

Вернуться назад

Ижад миҙгеле «Бәхетле билет» менән тамаланды

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 24.05.2016

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡабатланмаҫ таланттары үҙенең дуҫтарын, тамашасыларын ижад миҙгелен ябыу өсөн йыр-моң донъяһына йыйҙы

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡабатланмаҫ таланттары үҙенең дуҫтарын, тамашасыларын ижад миҙгелен ябыу өсөн йыр-моң донъяһына йыйҙы. 
Был «Бәхетле 77-се билет» тип исемләнгән йомғаҡлау концерты бер аҙға ғына үткәндәргә әйләнеп ҡарарға мөмкинлек бирҙе, сөнки ҡабатланмаҫ осрашыуҙар, күңелдәрҙе дәртләндергән матур йыр-бейеүҙәр менән биҙәлгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ концерттар ҡуйылған.
Тамаша башҡорт һандуғасы халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айгөл Һағынбаева башҡарыуындағы «Тыуған ерем сейәле тау» тигән йыры менән башланды. Унда «Ҡаруан» фольклор-эстрада, «Далан» эстрада, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмдәре сығыш яһауға филармонияның алыштырғыһыҙ алып барыусылары Эльмира Юлдашева, Зөлфир Басыров һәм Алексей Алексеев, Алина Насибуллина тамашасыларҙы үткән ижад миҙгеленә әйҙәне. Концертты халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусылар халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Валентина Суходоева «Эх, я ли молода», Радик Вәлмөхәмәтов «Йәмәлекәй тауы», Әлфиә Заһиҙуллина «Асылыҡай буйы», Екатерина Ямщикова «Ивана Купала» йырҙары менән дауам итте. Артабан башҡорт халыҡ йырҙарына попурри менән Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Тимеров менән Римма Амангилдинаның сығышын халыҡ яратып тыңланы. Уларға филармониябыҙҙың аҫыл егеттәре «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө ҡушылып уйнаны.
Шулай уҡ, Башҡортостандың халыҡ артистары Фәдис Ғәниев «Ай йыры», Әлфиә Юлсурина «Тын һуҡмаҡта тал бөгөлә», Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лилия Биктимерова  «Бала күңеле далала», Миңзифа Исҡужина «Тауҙар йыры» исемле матур моңло йырҙарын бүләк иттеләр. Яратҡан ҡурайсыларыбыҙ Азат Биксурин менән Рушан Биктимеров, Илшат Ишморатов, Илнур Хәйруллин, Илнур Һибәтуллиндар башҡорт көйҙәре менән ҡыуандырһа, филармонияның йәш бейеүсе ҡыҙҙары Лилиә Хажиғәлиева, Зарина Солтангилдина, Регина Баракова, Анастасия Скарженюк «Керәшен татарҙары бейеүе»н башҡарҙылар.
Тағы ла халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шаһыбалов башҡарыуындағы йыр тамашасыларҙың алҡыштарын яуланы. Ул А.Бабаджанян музыкаһына В.Орлов һүҙҙәренә яҙылған «Хәтер» («Память») йырын йырын бүләк итте. Халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты Фларида Иркина башҡарыуында «Ave Maria», Азамат Тимеров һәм Марсель Ҡотоев – итальян телендә «На качелях» йырҙары береһен дә битараф ҡалдырманы. Ҙур концерт «Филармония гимны» менән тамамланды. Тамашаның режиссеры - Илшат Фәхертдинов.
Йыл буйы сараларҙан гөрләп торған Башҡорт дәүләт филармонияһы ижад миҙгелен япты, ләкин концерттар дауам итә. Бөгөн, 24 майҙа, Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашеваның юбилейына арналған кисә үтә. Һәм, әлбиттә, филармонияның йырсылары һәм коллективтары үҙенең тамашасыларын халыҡ байрамдарында, һабантуйҙарҙа көтөп ҡала.
Киләһе осрашҡандарға тиклем, Тамашасыбыҙ! 
Э.Шафиҡова
 
 

Вернуться назад