Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Наши новости

Биг-бэнд «Башкортостан» стал одним из фаворитов «Sochi Jazz Festival» Сегодня в ИА "Башинформ" состоялась пресс-конференция по результатам участия Биг-Бэнда Башгосфилармо.....
БУТМАН "ДАЛ ДОБРО"! Как Биг-Бэнд Башкирской филармонии удивил сочинскую публику!.....
Башкирский курай звучал на джазфесте в Сочи Сегодня в Сочи прошел Гала-концерт «Sochi Jazz Festival 2017»......
ВНИМАНИЕ, КОНКУРС! Объявляется конкурс на должности в творческих коллективах.....
Скорбим и помним... 21 июля 2017 года на шестьдесят девятом году жизни после продолжительной болезни скончался заслуженн.....
Праздник плуга отметили в Свердловской области Во второй раз в селе Кадниково Сысертского городского округа Свердловской области прошел областной с.....
МЫ ГОРДИМСЯ ВАМИ, «САЛАВАТИКИ»! В филармонии радостная весть! Наши «салаватики» - Детская академия танца «Салават» под управлением Р.....
ЗВУЧАЛ КУРАЙ НА URAL MUSIC NIGHT… В ночь с 23 на 24 июня 2017 года в Екатеринбурге прославленный башкирский кураист Азат Айткулов выст.....
Сабантуй у "Белой лошади" Всенародные гуляния в честь праздника пройдут в селе Кадниково Сысертского городского округа Свердло.....
Как артисты филармонии «воронью кашу» варили По приглашению Курултая башкир города Миасса артисты Башкирской филармонии приняли участие на традиц.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май - Июнь 2017

Наши фестивали

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Афиша“Йәшәйек йылмайып көлөп кенә”

Вернуться назад

30.09.2015 / Большой зал

Салауат  ИТБАЕВ йырлы-моңло, сатира юморлы юбилей концертына дуҫтарын йыя

“Йәшәйек йылмайып көлөп кенә”

Салауат ИТБАЕВ йырлы-моңло, сатира юморлы юбилей концертына дуҫтарын йыя

Программала: Салауат Итбаев ижад иткән программаларҙан сағыу өҙөктәр, сатира һәм юмор менән һуғарылған интермедиялар, репризалар, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ

Среда, 19.00

Цена : 100-500 һум

БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, актер, режиссер Салауат Мостафа улы Итбаев ижад юлын 1972 йылда, Өфө дәүләт академия сәнғәт институтын тамамалағандан һуң, Башҡорт дәүләт филармонияһында конферансье булып башлай. Мәҙәни усаҡта эшләү осоронда Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Илфак Смаков, Рамазан Йәнбәков кеүек ҙур шәхестәр менән бергә сәнғәт үрҙәрен яулай. Ошо күренекле сәхнә әһелдәренән сәнғәт мәктәбен “өйрәнеп үҫә”. Элекке Советтар Союзының ниндәй генә нөктәһендә сығыш яһамай ул! Эстония, Латвия, Таджикистан, Үзбәкстан һәм башҡа республикала тамашасыһын башҡорт мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә сорнай. 1992 йылда Мәскәүҙә юғары режиссерҙар мәктәбен уңышлы тамамлап ҡайтып, 1993-1999 йылдарҙа Башҡортостан телевиденияһында, 2000 йылдан алып бөгөнгәсә филармонияла емешле ижад итә. Уның авторлығында “Ултырайыҡ әле бөгөн кис”, “Шәжәрә”, Ғәли Хамзин ижадына арналған “Моңдаръя” кеүек популяр күләмле тапшырыуҙар тыуа һәм зәңгәр экрандарҙы лайыҡлы биҙәй, бихисап концерт программалары, ижад кисәләре сәхнәләрҙе гөрләтә.
“Йәшәйек йылмайып-көлөп кенә” тигән концерт программаһы Салауат Мостафа улы Итбаевтың киң күләмле ижадына арнала. Ул ижад иткән программаларҙан, сәхнә әҫәрҙәренән  сағыу өҙөктәр, уның һүҙҙәренә яҙылған “Эй, һылыу ҡыҙ”, “Серле йондоҙ”, “Ултырайыҡ әле бөгөн кис”, “Яңы йылым, яңы өмөтөм”, “Яна әле, яна йөрәгем” тигән йырҙар яңғыраясаҡ. Сатира һәм юмор менән һуғарылған интермедиялар, репризалар Салауат Итбаевтың ижади портретын тағыла төҫлөрәк буяуҙар менән асасаҡ. Был тамашала уның сәхнә дуҫтарынан тыш һабаҡташтары, киң билдәле драма актерҙары: Олег Ханов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Вәкил Йосопов, Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Гөлшат Зиязитдинова, Стәрлетамаҡтан Рәфиғә Ғалина, Хәлит Ҡотлогилдин һәм башҡалар. 
Программала: Салауат Итбаев ижад иткән программаларҙан сағыу өҙөктәр, сатира һәм юмор менән һуғарылған интермедиялар, репризалар, уның һүҙҙәренә яҙылған “Эй, һылыу ҡыҙ”, “Серле йондоҙ”, “Ултырайыҡ әле бөгөн кис”, “Яңы йылым, яңы өмөтөм”, “Яна әле, яна йөрәгем” кеүек йырҙар яңғыраясаҡ. 

Цена : 100-500 һум /Заказ билетов: +7(347) 250 77 42

Вернуться назад