Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Вернуться к текущей дате

Наши новости

ҒАШИҠТАР, ҺЕҘҘЕ КӨТӘБЕҘ! Филармонияның "йондоҙло парҙары" тәҡдим итә.....
БАШКИРСКАЯ МУЗЫКА БУДЕТ ЗВУЧАТЬ В САУДОВСКОЙ АРАВИИ Башкирский "Аргымак" примет участие во "Вселенной кочевников" в Саудовской Аравии.....
“ЙОНДОҘҘАР ПАРАДЫ – БЕҘҘӘ!” «8 кистә 80 йондоҙло йыл» проекты сиктәрендә. Эстрада тарихы.....
Юношеская филармония Башкортостана представила концерт классической музыки В Башкирской филармонии продолжает свою работу уникальный проект «Юношеская филармония Республики Ба.....
ЗВУЧАЛА ПЕСНЯ НА ДВОИХ... 8 февраля на сцене Большого зала Башкирской филармонии с успехом прошел концерт «Песня на двоих».....
МУЗЫКАЛЬНОЕ ПРИНОШЕНИЕ РОДНОЙ РЕСПУБЛИКЕ ОТ ФИЛАРМОНИИ Нынешний год для нашей республики является особенным. Мы отмечаем 100-летие образования Республики Б.....
Национальный оркестр народных инструментов РБ представил программу «Пой, моя республика!» Программу «Пой, моя республика!» посвятили празднованию 100-летия со дня образования Башкортостана.....
ГЕЛ БЕРГӘ! Тауыштарҙы йәлләмәйек, дуҫтар!.....
«ПОГОВОРИМ?!...»: ПРОДОЛЖЕНИЕ СЛЕДУЕТ… К юбилею филармония запустила несколько премьерных проектов. Один из них – цикл вечеров для всей сем.....

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Февраль 2019

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

Афиша“Далан” фольклор эстрада төркөмө өр-яңы шоу-программаға саҡыра!

Вернуться назад

05.11.2015 / Большой зал

Яңы йырҙар, дәртле бейеүҙәр, сағыу сығыштар…

“Далан” фольклор эстрада төркөмө өр-яңы шоу-программаға саҡыра!

Яңы йырҙар, дәртле бейеүҙәр, сағыу сығыштар…

Артур Туҡтағолов, Миңзифа Искужина, Редик Сәғитов, Искәндәр Ғәзизов, Илнур Һибәтуллин

Четверг, 19.00

Цена : 200 - 600 руб.

1999 йылда  төҙөлгән «Далан» фольклор-эстрада төркөмө бөгөн филармонияның сағыу, үҙенсәлекле коллективтарының береһе һанала. Ул тиҙ арала үҙенең моңло ла, рухлы ла халыҡсан йырҙары менән тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Ансамблдең художество етәксеһе, ижад ҡомары  ташып торған Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов. Уның күп ҡырлы таланты араһынан  актер оҫталығы ( ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған), баян менән синтезаторҙа  уйнай белеү генә түгел, ә үҙе ижад иткән әҫәрҙәрҙе, аранжировкалауға ярҙам иткән музыкаль маһирлығын да билдәләп үтер кәрәк. Артур Туҡтағолов музыка донъяһында бик күп популяр эстрада йырҙарының авторы булараҡ та билдәле. Уның йырҙарын исемдәре ҙур танылыу яулаған сәхнә оҫталары - Иҙрис Ғәзиев, Нәзифә Ҡадырова, Фәрит Бикбулатов, Фәдис Ғәниев, Миңзифа Исҡужина, Зөлфиә Шакирова, «Карауанһарай» эстрада-фольклор төркөмө һәм башҡа башҡорт эстрадаһының йырсылары яратып башҡара.
         Төркөм составына килгәндә, йырсыларҙан Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Миңзифа Исҡужина, Халыҡ-ара конкурстары лауреаты Искәндәр Ғәзизов, нәфис һүҙ оҫтаһы Редик Сәғитов, ҡурайсы Илнур Һибәтуллиндар ижад итә. 
       Башҡортостанда, сит илдәрҙә күп йөрөй был төркөм. Сит өлкәләргә сыҡҡанда милләттәштәребеҙҙең өмөтө, рухы һүнмәһен тип, күберәк патриотик йырҙарҙы алып сыға «Далан»дар. 
Быйылғы ижад миҙгелендә төркөм тамашасыларға өр-яңы шоу-программа әҙерләй. Программала башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт, татар композиторҙары әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Шулай уҡ заманса сит ил хиттары эшкәртелеп, “башҡортсалап” башҡарыласаҡ. 
Йырлы-моңло тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар! 
 

Цена : 200 - 600 руб. /Заказ билетов: +7(347) 250 77 42

Вернуться назад