Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930

Наши новости

ҺАБАНТУЙҘАР ДАУАМ ИТӘ Рәхим итегеҙ!.....
ПАМЯТЬ РУСТАМА ШАРИПОВА УВЕКОВЕЧАТ В РОДНОЙ ДЕРЕВНЕ Пять лет прошло с тех пор, как нет с нами Рустама Шарипова – замечательного музыканта и проповедника.....
«Золотое кольцо», есаул и башкирский курай! 10 июня на Центральном Московском ипподроме прошли юбилейные XV скачки на приз президента Российской.....
«САЛАВАТИКИ»! НОВАЯ ВЫСОТА! Детская академия танца «Салават» завтра выезжает в Республику Абхазию для участия в X Международном .....
Гала-концерт фестиваля «Сердце Евразии» собрал более 30 тысяч зрителей Международный фестиваль искусств «Сердце Евразии» завершился грандиозным гала-концертом.....
Вчера, 12 июня, грандиозным гала-концертом завершился Международный фестиваль искусств «Сердце Евразии» Пятидневный марафон собрал в уфимском амфитеатре в общей сложности более 100 000 человек.....
Международный фестиваль искусств "Сердце Евразии" стартовал с Симфонической ночи Вчера, 8 июня, в столице республики царила атмосфера высокого профессионального искусства.....
ӨМӨТТӘР АҠЛАНДЫ! АФАРИН! «Урал моңо-2018» халыҡ-ара төрки йәштәренең конкурс-фестивале еңеүселәрҙе билдәләне......
Симфоническая ночь со звездами оперной сцены: в Уфе открылся Международный фестиваль искусств «Сердце Евразии» В Уфимском амфитеатре стартовал Международный фестиваль искусств «Сердце Евразии».....
Вероника Джиоева в Уфе: «Петь на open air я люблю даже больше, чем на спектаклях» Сегодня, 8 июня, в первый день "Сердца Евразии" на Симфоночи с Национальным симфоническим оркестром .....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май-Июнь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Афиша"МИНЕҢ ЮЛЫМ"

Вернуться назад

07.04.2016 / Большой зал

Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ (вокал)

"МИНЕҢ ЮЛЫМ"

Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ (вокал)

“ҠАРАУАН” эстрада төркөмө ҡатнаша

Четверг, 19.00

Цена : 100 - 500 hум

«ҠАРАУАН» төркөмө солисы Рөстәм Шаһыбалов тәүге концертын тәҡдим итә
“ҠАРАУАН” эстрада төркөмө ҡатнаша
Башҡорт эстрадаһында яҡты йондоҙ булып балҡыған тағы ла бер йырсыбыҙ - Рөстәм Шаһыбалов. Ул таланттарға бай Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуып үҫкән.  Артист булыу теләге уны 2000 йылда Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. Училищены уңышлы тамамлағандан һуң, 2004 йылда, Рөстәм Шаһыбалов З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегендә уҡыуын дауам итә. 
Рөстәм Шаһыбалов халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша: «Ирәндек моңдары-99» III дәрәжә лауреаты (Сибай ҡ.), «Дуҫлыҡ моңо - 2002» башҡорт һәм татар йырын  башҡарыусылар фестивалендә III дәрәжә лауреаты (Нефтекамск ҡ.), «Ирәндек моңдары - 2002» VI  Региональ-ара башҡорт йырын башҡа-рыусылар конкурсында «Гран-при»ға лайыҡ була (Сибай ҡ.), «Оҙон көй-2002» башҡорт халыҡ йыры конкурсында III дәрәжә лауреаты (Туймазы ҡ.), Өсөнсө Бөтә Рәсәй йәштәр «Дельфий уйындары» ярышында I дәрәжә лауреаты (Волгоград ҡ., 2003), БДБ илдәренең йәштәр «Дельфий уйындары»нда бронза миҙал яулай (Кишенев ҡ., 2004).
Йәш йырсы хеҙмәт юлын Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың   атҡаҙанған артисы Мәхмүт Нәҙершин етәкселегендәге «Ҡарауанһарай» төркөмөндә (бөгөн «Ҡарауан» төркөмө) башлай. Рөстәм Шаһыбалов коллективҡа тиҙ өйрәнә һәм үҙ тамашасыһын да таба.  Төрлө концерт программалары менән республика район-ҡалаларында сы¬ғыш яһап, халыҡ-ара һәм республика конкурстарында, телевизион проектарҙа ҡатнашып киң билдәлелек яулай. 
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, йырсының репертуары бик бай – башҡорт халыҡ йырҙары һәм милли композиторҙарыбыҙҙың эстрада әҫәрҙәре. Уның башҡарыуында «Ильяс» башҡорт халыҡ йыры, «Сөмбөл» татар халыҡ йыры, Н.Дауытов, Р.Хасанов йырҙары яңыса яңғырай. Бөгөн дә ул намыҫ менән халҡы өсөн сәхнәлә хеҙмәт итә. Һәр сығышы һайын яңы йырҙар менән тамашасыларҙы ҡыуандыра. 
«Каруанһарай» эстрада төркөмө менән бергә бөтә республика һәм Рәсәй региондары буйлап гастролдәрҙә булалар. Хөкүмәт сараларында ла йыш ҡатнашып тора. Төркиә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡырым, Һамар, Һарытау һәм башҡа ҡалаларҙа була. 
«Ниҙәр булды һиңә», «Балан», «Әсәйем доғалары», «Һөйгәнемдән айырылдым» йырҙары менән танылыу яулаған Рөстәм Шаһыбалов Өфө тамашасыларын үҙенең тәүге концерты менән ҡыуандырмаҡсы.
Талантлы йырсы 7 апрель Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк тамашала баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын көтөп ҡала. Йыш ҡына төрлө телевизион проектарҙа ҡатнашып торһа ла, Рөстәм баш ҡалала тәүге ҙур тамашаһы менән сығыш яһаясаҡ. Уның шатлығын уртаҡлашырға ижадташ дуҫтары – Марсель Ҡотоев, Эльмир Әбүбәкиров, Тимур Рамаҙанов һәм БР Халыҡ ҡоралдары милли оркестры килә.
Рөстәм Шаһыбалов ижадын һөйөүселәр концертҡа  рәхим итегеҙ! Башлана 19.00 сәғәттә.
 
 

Цена : 100 - 500 hум /Заказ билетов: +7(347) 250 77 42

Вернуться назад