Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930

Наши новости

По вашим многочисленным просьбам... В октябре состоятся два концерта "Песочная фантазия".....
Его любовь к башкирской песне сродни радению проповедника 26 сентября Башкирская филармония приглашает на юбилейный вечер замечательного певца, ветерана сцены.....
В Уфе состоялось открытие клуба филофонистов Сегодня, 21 сентября в Малом зале Башгосфилармонии состоялась презентация Уфимского клуба филофонист.....
Башкирские артисты вернулись с наградами из Казахстана Солисты Башкирской филармонии с успехом выступили в Международном фестивале-конкурсе этнических куль.....
Фестиваль «Голоса России» откроет Сибирский хор Уже 24 сентября на сцене ГКЗ «Башкортостан» – наши гости из Новосибирска!.....
В ФИЛАРМОНИИ ПРЕЗЕНТУЮТ КЛУБ ФИЛОФОНИСТОВ В Уфе возрождается клуб филофонистов.....
В каждом сердце - голоса России! Впервые в Уфе - Всероссийский фестиваль хоров, ансамблей песни и танца "Голоса России".....
Алексей Чернов - пианист, композитор, современник... «Враг музыки – не авангард, а непрофессионализм...» (Алексей Чернов).....
Филармония представляет! Гастрольный тур нового сезона После летних отпусков творческие коллективы Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова сн.....
ГАСТРОЛДӘР Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ижади коллективтары йәнә гастролдәргә сыға......

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь 2017

Октябрь 2017

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Афиша«Тауҙар һулышы»

Вернуться назад

06.12.2016 / Большой зал

Рушан БИКТИМЕРОВ (курай)

«Тауҙар һулышы»

Рушан БИКТИМЕРОВ (курай)

Программала: башҡорт халыҡ һәм заманса көйҙәр, моңло йырҙар

Вторник, 19.00

Цена : 100 - 300 hум

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
РУШАН БИКТИМЕРОВ (ҡурай)
Ҡатнашалар: БР ХАЛЫҠ ҠОРАЛДАРЫ МИЛЛИ ОРКЕСТРЫ (етәксеһе – Линар ДӘҮЛӘТБАЕВ), Азат АЙЫТҠОЛОВ, Ришат РӘХИМОВ, Ишморат ИЛБӘКОВ, Миңлеғафур ЗӘЙНЕТДИНОВ (ҡубыҙ), Радик ВӘЛМӨХӘМӘТОВ (йыр), Әлфиә ЮЛСУРИНА (йыр), Гүзәл ҮМӘРҒӘЛИНА (думбыра), филармо-нияның ҠУРАЙСЫЛАР КВИНТЕТЫ (Азат БИКСУРИН, Илнур ХӘЙРУЛЛИН, Рушан БИКТИМЕРОВ, Илшат ИШМОРАТОВ), Дмитрий КИТАЕВ (гитара) 
һәм башҡалар
Программала: башҡорт халыҡ һәм заманса көйҙәр, моңло йырҙар
«Тауҙар һулышы» 
Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан БИКТИМЕРОВ тамашасы һөйөүен яулаған абруйлы ҡурайсыларҙың береһе. Уны республикала ғына түгел, ә сит ерҙәрҙә лә ихлас ҡаршы алалар. Рушан БИКТИМЕРОВ ижадын һөйөүселәрҙе шатландырырға ашығабыҙ: 6 декабрь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы мауыҡтырғыс ҡурай, йыр моңона тулы «Тауҙар һулышы» яңы концерт программаһына саҡыра. Рушан БИКТИМЕРОВ һәм уның ижадташ дуҫтары башҡарыуындағы халыҡ һәм заманса көйҙәрҙе тыңлап, хис-тойғолар ҡайнарлығында ләззәт алып, рухи аҙыҡ туплап ҡайтырһығыҙ.
«Тауҙар һулышы» тип исемләнгән серле, тетрәндергес кисәлә БР ХАЛЫҠ ҠОРАЛДАРЫ МИЛЛИ ОРКЕСТРЫ (етәксеһе – Линар ДӘҮЛӘТБАЕВ), Азат АЙЫТҠОЛОВ, Ришат РӘХИМОВ, Ишморат ИЛБӘКОВ, Миңлеғафур ЗӘЙНЕТДИНОВ (ҡубыҙ), Радик ВӘЛМӨХӘМӘТОВ (йыр), Әлфиә ЮЛСУРИНА (йыр), Гүзәл ҮМӘРҒӘЛИНА (думбыра), филармо-нияның ҠУРАЙСЫЛАР КВИНТЕТЫ (Азат БИКСУРИН, Илнур ХӘЙРУЛЛИН, Рушан БИКТИМЕРОВ, Илшат ИШМОРАТОВ), Дмитрий КИТАЕВ (гитара) һәм йәш таланттар ҡатнаша.
2000 йылдан алып бөгөнөгө көнгә тиклем Рушан Салауат улы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов етәкселегендәге төркөмдә эшләй.
Рушан БИКТИМЕРОВтың виртуоз уйнауы төрлө ҡала, республика һәм региональ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм фестивалдәрҙә тейешлесә баһалана. Ул Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге һәм Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурайсылар конкурстарында – беренсе урын яулай. Музыкант «Яңы исемдәр» мәрхәмәтлек фонды стипендиаты ла.
БИКТИМЕРОВ Рушан – республика сараларының әүҙем ҡатнашыу-сыһы: Мәскәүҙә, Ырымбурҙа, Санкт-Петербурга үткәрелеп килгән Республика көндәрендә, ЮНЕСКО һәм Бөтә башҡорттары ҡоролтайы юлы буйынса хөкүмәт делегация составында Рәсәй һәм сит ил төбәктәренә сыға.
Республика сәнғәт оҫталары менән бергә башҡорт милли сәнғәтен Әзербайжанда, Хакас республикаһында, Төркиә, Германия, Испания, Франция, Андорре һәм Эстония илдәрендә лайыҡлы яҡлай.
Ҡурай моңо һөйөүселәр, тамашаға рәхим итегеҙ!
 

Цена : 100 - 300 hум /Заказ билетов: +7(347) 250 77 42

Вернуться назад