Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты
МАРСЕЛЬ ҠОТОЕВ (йыр)
«Башҡортомдоң үлмәҫ моңо»
Ҡатнашалар: Азамат ТИМЕРОВ, Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ, Тимур РАМАҘАНОВ, Дамир ТАЙЫПОВ, Эльвира ХӘЙРЕТДИНОВА (орган), Регина БАРАКОВА (бейеү), филармонияның ҠУРАЙСЫЛАР КВИНТЕТЫ, З.Исмәғилов исем. ӨФӨ ДӘҮЛӘТ СӘНҒӘТ ИНСТИТУТЫНЫҢ ҠУРАЙСЫЛАР АНСАМБЛЕ һ.б.
Программала: һеҙ яратҡан йырҙар
Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, «КАРАУАН» йәштәр төркөмө солисы МАРСЕЛЬ ҠОТОЕВты бөгөнгө көндә белмәгән-ишетмәгән кеше юҡтыр. «Бибинур» йыры менән халыҡ күңеленә үтеп ингән егет, бөгөн башҡорт эстрадаһында сағыу йондоҙ булып балҡый. Йырсының репертуарында башҡорт, татар, рус йырҙарын ғына түгел, итальян композиторҙарының йырҙары ла айырым урын алып тора (2014 йылдың апрель айында уның «Marcello Cutugno & Марсель Ҡотоев» тип исемләнгән концерты ҙур уңыш менән үтә).
Марсель Ҡотоев ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бихисап фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Ун дүрт йәшендә «Башҡортостан йондоҙҙары» республика конкурсында (2000), «Ирәндек моңдары»нда (2004) ҡатнашып Гран-при яулай, «Урал моңо» халыҡ-ара төрки йәштәренең конкурс-фестивале (2006), «От Ыры» («Песня Огня») халыҡ-ара конкурсында - Гран-при (2010), «Жайыҡ DAUYSY» халыҡ-ара музыка фестивалендә (2016) беренселекте ала. Шулай уҡ, «Гәлсәр һандуғас», «Башҡорт йыры» телевизион фетивалдәрендә лә үҙен таныта. Марсель ҠОТОЕВ филармония сәхнәләштергән күп проектарҙың актив ҡатнашыусыһы ла.
Йырсының ижадын һөйөүсе тамашасылар өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ еткерергә ашығабыҙ.
14 НОЯБРЬ филармонияның Кесе (Ораган) залында Марсель ҠОТОЕВ «Башҡортомдоң үлмәҫ моңо» исемле концертын тәҡдим итә. Программаға һеҙ яратып тыңлаған, башҡорт халыҡ йырҙары һәм эстрада композициялары ингән. Әйткәндәй, йәш йырсы ижадташ дуҫтары менән дә бергә сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Азамат ТИМЕРОВ, Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ, Тимур РАМАҘАНОВ, Дамир ТАЙЫПОВ, Эльвира ХӘЙРЕТДИНОВА (орган), Регина БАРАКОВА (бейеү), филармонияның ҠУРАЙСЫЛАР КВИНТЕТЫ, З.Исмәғилов исем. ӨФӨ ДӘҮЛӘТ СӘНҒӘТ ИНСТИТУТЫНЫҢ ҠУРАЙСЫЛАР АНСАМБЛЕ һәм башҡаларҙың сығышын күрә алаһығыҙ.14 НОЯБРЬ иң моңло тамашала һеҙҙе лә көтәбеҙ!