Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Наши новости

Скорбим и помним... Ушла из жизни известный музыковед Давыдова Эльмира Мингажевна.....
Объявляется набор в Капеллу мальчиков! Государственная академическая хоровая капелла РБ им. Т.Сайфуллина объявляет дополнительный набор в К.....
УҢЫШТАР ТИМУРҒА Дуҫтар, тауыштарҙы йәлләмәйек!.....
«Салават» покоряет мир! Видеосюжет о Детской академии танца "Салават" при БГФ им. Х. Ахметова на телеканале Культура-Россия-.....
С Днем Семьи, Любви и Верности! Поздравление Башкирской филармонии с Днём семьи, любви и верности!.....
Внимание! Конкурс! Башкирская филармония объявляет о проведении конкурсных прослушиваний на должности в хоровую капеллу.....
Объявлен набор в Детскую академию танца "Салават" Детская академия танца "Салават" при Башкирской государственной филармонии им. Х. Ахметова приглашае.....
Башкирский курай зазвучит в Азербайджане Азат Бикчурин представит курай на фестивале в Азербайджане.....
БРАВО, «САЛАВАТИКИ»! В филармонии снова радостная весть! Наши «салаватики» взяли Гран-при Международного фестиваля-конкур.....

Опрос

Как Вы оцениваете работу филармонии?

Архив

Статьи

Новости

Полезное

2018 - Год Семьи

2018 год объявлен в Башкортостане Годом семьи

Абонементы

Всероссийский старт продажи абонементов

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Май-Июнь 2018

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Министерство культуры Республики Башкортостан

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Афиша«ТЫЛСЫМЛЫ ҠУМЫҘ»

Вернуться назад

19.12.2016 / Малый (органный) зал

Республикабыҙҙың данлыҡлы һәм талантлы ҡумыҙсылары

«ТЫЛСЫМЛЫ ҠУМЫҘ»

Республикабыҙҙың данлыҡлы һәм талантлы ҡумыҙсылары

Программала: донъя халыҡтары көйҙәре

Понедельник, 19.00

Цена : 100-300 һум

«Халҡыбыҙҙың һүнмәҫ хазинаһы» концерттар циклының «ТЫЛСЫМЛЫ ҠУМЫҘ» 
Ҡатнашалар: республикабыҙҙың данлыҡлы һәм талантлы ҡумыҙсылары 
Программала: донъя халыҡтары көйҙәре
Ҡумыҙ-башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Эйе, был музыка моңон ишеткәндә башҡорт халҡы, тарихы тураһында күберәк уйланаһың кеүек. Бәлки, һирәгерәк ишетергә тура килгәнгә беҙҙә шундай уйҙар тыуалыр. Арабыҙҙа күптәребеҙ был милли музыка ҡоралы менән таныш та түгел бит.
Ер йөҙөндә уның йөҙләгән исеме таралған. Улар барыһы ла ҡумыҙ уйнағанда моңдоң нисек сығыуына, инструменттың нисек уйналыуына ҡарап төрҙәргә бүләләр: ҡыл-ҡумыҙ; ағас ҡумыҙ; тимер ҡумыҙ; йәйә (янҡыл) ҡумыҙ. Рәсәй территорияһында ҡумыҙға оҡшаған, шулай уҡ уйналған музыка ҡоралын «варган» тип атайҙар. 
Бөгөн Башҡортостанда башҡарыусы оҫта Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, М Дәүләтбаев, Ф Йәнгировтарҙың музыка ҡоралдары дан ҡаҙанған.
Башҡорттарҙың уйнауында үҙҙәренең сере бар тип иҫәпләй ғалимдар. Улар ҡумыҙҙы тотҡан ҡулын резонатор кеүек тә ҡулланалар, шуға күрә тауыш моңлораҡ сыға. Бик күп уйнау төрҙәре билдәле. Оҫта башҡарыусы шул төрҙәргә эйә булырға тейеш. Улар ярҙамында төрлө импровизациялар, «тояҡ тауыштары», «бал ҡорто», «һыу ағыу», «кәкүк» һәм башҡа тауыштар сығарып була.
Шулай уҡ ҡумыҙҙың дауаһы ла бик ҙур. Беренсенән, ҡумыҙ моңо, вибрацияһы баш ауыртыуын бөтөрә, ҡан баҫымын нормала тота. Ҡумыҙҙа уйнаған кеше ҡумыҙ теле ҡалтырауын һәр күҙәнәге менән һиҙә. Был организмға ыңғай тәьҫир итә. Ҡумыҙҙа уйнаған кешенең тештәре һәм ҡаҙналары вибрациянан массаж алып тора, шунлыҡтан ҡумыҙсының тештәре һау була.
Бындай мөмкинселек  бар. 19 декабрь «Халҡыбыҙҙың һүнмәҫ хазинаһы» концерттар циклының «ТЫЛСЫМЛЫ ҠУМЫҘ» тамашаһына саҡырабыҙ. Һеҙҙең өсөн япон, яҡут, филлипин халыҡтары ҡумыҙы яңғыраясаҡ. 
Атай-олатайҙарыбыҙҙың милли музыка ҡоралын танып беләйек, үткәндәр менән бәйләнеште өҙмәйек!
 
 
 

Цена : 100-300 һум /Заказ билетов: +7(347) 250 77 42

Вернуться назад