• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ СӘХНӘҺЕНДӘ "ҺАҠМАР ҺАНДУҒАСЫ МОҢО" ИСЕМЛЕ КОНЦЕРТ УҘҘЫ
БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ СӘХНӘҺЕНДӘ «ҺАҠМАР ҺАНДУҒАСЫ МОҢО» ИСЕМЛЕ КОНЦЕРТ УҘҘЫ

БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ СӘХНӘҺЕНДӘ «ҺАҠМАР ҺАНДУҒАСЫ МОҢО» ИСЕМЛЕ КОНЦЕРТ УҘҘЫ

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә 22 ғинуарҙа «Һаҡмар һандуғасы моңо» исемле концерт булды. Ул бөйөк композитор, Башҡортостан тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхес, үлмәҫ музыкаль әҫәрҙәр авторы — Хөсәйен Әхмәтовҡа арналды. Әйтергә кәрәк, филармония күп йылдар компзитор исемен йөрөтә.

“Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән һәр артистың репертуарында Хөсәйен Әхмәтов ижад иткән йырҙар бар. Уның әҫәрҙәре ҡатмарлы, шуға йырҙарҙы өйрәнеүе еңел түгел. Концертҡа оҙаҡ әҙерләнергә тура килде. Ғинуар айында композиторҙың тыуған көнө, ошо датаға арнап концерт ойошторорға уй килде. Киләсәктә бындай матур тмашаны йыл һайын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Тамашасыларыбыҙ сараны оҡшатып, үҙҙәренең планына киләһе йылға яҙып ҡуйыр тип ышанабыҙ”, — тип белдерҙе тамашаның режиссеры Сулпан Асҡарова.

Концертта филармония артистары: Нәзифә Ҡадырова, Азамат Тимеров, Радик Вәлмөхәмәтов, Лилиә Ишемйәрова, Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужина, Лилиә Биктимерова, Алмас һәм Рәфис Сирусиндар, Диана Ишниязова, Салауат Мөхәмәтйәров, Заһир Иҫәнсурин, музыканттар Ғәли Алтынбаев, Хәлит Фәтихов, Салауат Хәлилов, Резана Вәлиева ҡатнашты. Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Халыҡ ҡоралдары милли оркестры уйнаны.

Концертҡа килгән бар тамашасы кисәнең шул тиклем йылы һәм күңелгә яҡын икәнлеген билдәләп, алҡышлап оҙатты.

Башҡортостандың мәҙәни донъяһы