• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости БЕҘ БЕРГӘ!

БЕҘ БЕРГӘ!

81-се ижад миҙгелен ябыу. Ҙур концерт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се ижад миҙгелен яба. Республикабыҙҙың төп концерт ойошмаһы әҙерләгән «Беҙ бергә!» исемле сағыу тамашаны «Башҡортостан 24» телеканалыда 27 май киске сәғәт етелә тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.

Илдәге барған һуңғы ваҡиғаларға бәйле, республикабыҙҙың театраль-концерт ойошмалары, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт филармонияһының эшмәкәрлеге бер аҙға туҡтатылып торҙо. Әммә беҙҙең артистарыбыҙ, музыканттарыбыҙ һәм коллектив хеҙмәткәрҙәре яратҡан тамашасылары тураһында онотманы, ә яңы проекттар менән интернет киңлектәренә сыҡты. Ошо ике ай эсендә социаль селтерҙәрҙә улар тарафынан тамашасы иғтибарына бихисап яңы йырҙар, видеоклиптар, төрлө рубрикалар тәҡдим ителде. Бынан тыш YouTube-каналында көн һайын тейерлек концерттар барҙы. Улар араһында миҙгелдең премьералары ла, филармонияның “Алтын фонды”н тәшкил иткән тамашалар ҙа бар.

Миҙгел ябылыу тантанаһына иһә, филармонияның ҙур музыкаль ғаиләһе яратҡан тамашасыларына «Беҙ бергә!» тип исемләнгән өр-яңы ҙур программа әҙерләгән. Үҙизоляция ваҡытында тыуған яңы йырҙар, яңы әҫәрҙәр, яңы клиптар… Уларҙың барыһын да ижад миҙгелен ябыу тантанаһында ҡабаттан күреү мөмкинселеге бар.

Байрам концертында эстрадабыҙ легендалары — Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Зөлфиә Ҡудашева (бейеү), тамашасыларҙың яратҡан йырсылары — Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Лилиә Ишемйәрова, Дияна Ишниязова, Искәндәр Ғәзизов, Рифат Шәрәфетдинов, Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров, Тимур Рамазан, Сабина Кучаева, Заһир Иҫәнсурин, «Арғымаҡ», «Далан» төркөмдәре, музыканттар — Рушан Биктимеров (ҡурай), Хәлит Фәтихов (баян), Азат Биксурин (ҡурай), Ғәли Алтынбаев (рояль), юмор оҫталары — Зөлфиә Әхмәтова, Фаяз Йәнтүрин, Индира Әсәҙуллина етәкселегендәге Музыкаль-әҙәби лекторий һәм башҡа бик күп яратҡан артистарығыҙ ҡатнаша. Концертты талантлы режиссерыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова әҙерләгән, сценарий авторы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктория Симонова.

Байрам тамашаһын түбәндәге һылтанмалар буйынса үтеп ҡарай алаһығыҙ.

«Башҡортостан 24» телеканалында: «Уфанет» — 165-се кнопка, «Ростелеком» — 24-се кнопка, www.GTRK.ru сайты;

 Трансляцияға һылтанмаларҙы Башҡорт дәүләт филармонияһының сайтында һәм рәсми биттәрендә концерт көнөндә ҡарарға була.