• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
Новости "ҮҘЕМДЕ ЙЫРЛАЙ АЛАМ ТИП УЙЛАМАЙ ҘА ИНЕМ"
«ҮҘЕМДЕ ЙЫРЛАЙ АЛАМ ТИП УЙЛАМАЙ ҘА ИНЕМ»

«ҮҘЕМДЕ ЙЫРЛАЙ АЛАМ ТИП УЙЛАМАЙ ҘА ИНЕМ»

Был исемде тәүге тапҡыр бынан бер нисә йыл элек ишеттем. Концертты алып барыусы: “Сәхнәлә йәш йырсыбыҙ Артур Шәрипов башҡарыуында – “Ҡышҡы романс”, – тигәс, тамашасы һағайып ҡалды. Нимә генә тимә, был әҫәрҙе талантлы артист Фидан Ғафаров йырлауында тыңларға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Йәнә халыҡ араһында, ретро йырға тотонаһың икән, һин уны тәүге ишеттереүсеһенән дә шәберәк башҡарырға тейешһең, тигән талап бар.

Һынатманы Артур. Тамашасылар, афарин, булдырҙың, тигәндәй хуплауын белдереп, алҡышлап ҡул сапты.
Унан һуң егет редакцияның Яңы йыл кисәһенә лә килеп, байрамыбыҙҙы йыр-моңо менән биҙәне. Шуныһы ғәжәп: ҡайһы берәүҙәр хатта махсус белеме булмаһа ла, телевидениела, радиола йыр яҙҙырырға ҡабаланһа, Артур үҙенең һәләте менән халыҡты ҡыуандырырға ашыҡманы. Ниһайәт, юғалған йырсыбыҙ “Башҡорт йыры-2019” бәйгеһендә пәйҙә булды. Конкурс барышында барлыҡ йырҙарҙы ла юғары оҫталыҡ менән башҡарған егеткә жюри төркөмө ағзалары юғары баһа бирҙе. Артур Шәрипов финал еңеүсеһе тип танылды. Бөгөн ул – беҙҙә ҡунаҡта.

– Артур, Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбдел­мәнов конкурста: “Мин һиңә электән иғтибар бирә инем. Килешле буй-һының, Хоҙай биргән талантың бар. Ваҡыт тиҙ үтә, йәш саҡта клиптар төшөрөп, йырҙарыңды яҙҙы­рып ҡалырға кәрәк”, – тигән кәңәшен еткерҙе. Ысынлап та, телевизор экрандарында йыш күренәһең тип әйтеп булмай. Сәбәбе нимәлә?
– 2006 йылда төшөрөлгән клипты бөгөнгәсә “Ҡурай” каналында юҡ-юҡ та күрһәтеп ҡуялар. Әсәйем дә, һеңлем дә ҡатнашҡан клипта Гөлнара Рәшитованың йырын башҡа­рам. Был һорауҙы һеҙ генә түгел, күптәр бирә. Ауылға ҡайтһаң да, туғандар ҙа шуның менән ҡыҙыҡһына.

Күптән түгел урамда бер инәй осраны ла: “Артур Шәрипов һеҙ булаһығыҙ бит әле?” – тип ҡосаҡлап алды. Баҡһаң, ул минең барлыҡ концерттарыма ла йөрөй икән. “Ниңә үҙеңде телевизорҙан бик күрһәтеп бармайҙар, гел бер үк кешеләр, ярай әле “Башҡорт йыры”нда ҡатнаштың”, – тип, артабан әүҙемерәк булыуымды теләне.

Бының сәбәптәре күп. Берен­сенән, хәҙер клип төшөрөү арзан түгел – шаҡтай сығым талап итә. Ауылдан килгән кешене, үҙегеҙ беләһегеҙ, берәү ҙә ҡуш ҡуллап көтөп тормай, фатиры ла кәрәк, бүтәне лә. Бының өсөн бер урында ғына түгел, бер нисә ерҙә эшләргә тура килде. Шуға ла бар тапҡаным фатирға түләүгә, машина алыуға китеп торҙо. Йәнә әрһеҙ, үтеп  барған кеше түгелмен.

– Һин Белорет районынан бит әле… 
– Эйе, 1985 йылда Татлы ауылында, хәҙерге Межгорье ҡалаһында тыуғанмын. Йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә үҫтем. Әсәйем Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған, матур йырлай, гармунда уйнай. Әҙәби ижад менән шөғөлләнә, хикәйәләр, шиғырҙар яҙа. Атайым миңә алты йәш булғанда тыуған ауылы Сәйетбабаға ҡайтып китте, әле шунда йәшәй. Һеңлем Розалиә – полиция хеҙмәткәре. Күрәһең, әсәйем бәләкәйҙән миндә сәнғәткә тартылыуҙы күргәндер – музыка мәктәбенә бирҙе. Баян класында уҡыным. Бик бәләкәй булғас, төймәләре күренмәй ине, шуға көҙгө алдында шөғөлләнә инем. Әсәйем гел йыр өйрәтте. Ә ун йәшемдә конкурста “Батырҙар йыры”н башҡарып, лауреат булдым, шулай ҙа киләсәгемде йыр менән бәйләрмен тип уйламай инем. Үҙемдән дә бигерәк әсәйем минең профессиональ баянсы булыуымды теләй торғайны. Бәләкәй кластарҙа уҡығанда тәүҙә Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль тәрбиә биреү гимназия­һына, унан Сибайға алып бар­ҙы. Уҡырға алыуын-алһалар ҙа, өләсәйем йәлләгәс, ебәрмәҫкә ҡарар итте.

Туғыҙынсы класты тамам­лағас, сәнғәт училищеһына килдем. Шулай ҙа уҡырға инеүе еңелдән булманы. Тәүҙә документтарымды башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлегенә бирҙем. Мәктәптә гел урыҫ көйҙәрен уйнағанғамы, алманылар. Унан тынлы уйын ҡоралдары бүлегенә йүнәлдек. Унда мине тыңлап ҡарап: “Тауышың бигерәк матур, моңло, һиңә мотлаҡ йыр бүлегенә барырға кәрәк”, – тигәс, әсәйем дә, үҙем дә аптырап ҡалдым. Урманға барғанда, бесән әҙерләгәндә моңланып йөрөһәм дә, үҙемде йырлай алам тип уйламай ҙа инем.

Бер көн эсендә әсәйем “Сың­рау торна”ны өйрәтеп, йыр бүлегенә һынау тоттом. Тыңлап ҡаранылар, оҡшат­тылар, шулай ҙа әлегә тауыш ултырып бөтмәү сәбәпле алманылар. Ахырҙа хор-дирижерлыҡ бүлегендә уҡып торорға кәңәш бирҙеләр.

– Шулай ҙа юғалып ҡалма­ғанһың. Училищеның икенсе курсында уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш башлағанһың. Ошо хаҡта һөйлә әле.
– Әсәйем яңғыҙы ғына булғас, аҡсаға ҡытлыҡ ине. Икенсе курста уҡығанда театр хорында йырларға тәҡдим яһағастар, бындай форсатты ҡулдан ысҡындыр­маҫҡа тырыштым. Шулай итеп, уҡып та йөрөнөм, бер юлы эшләнем дә.

2005 йылда училищены тамамлап, хеҙмәт юлымды дауам иттем. Театрҙа миңә күп талантлы опера йырсыларын тың­ларға, дирижерҙар менән аралашырға насип итте. Был йылдарҙа Португалияла, Ҡа­ҙағ­станда, Таиландта ике тап­ҡыр булдым. Мәскәүҙә “Алтын битлек”тә “Ҡаһым түрә” менән ҡатнаштыҡ. Тәжрибә туплау мәктәбе ине ул. Бергә йырлап йөрөгән иптәштәрем мотлаҡ солист булырға, сәнғәт институтына инергә кәңәш бирҙе.

Хеҙмәт стажым, тәжрибә шаҡтай йыйылғас, институтҡа инеү ауыр булманы. Унда иһә шөһрәтле уҡытыусы Салауат Асҡаров класында белем алдым. Опера йырсыһы булараҡ, талантлы аҡыл эйәһенең кәңәше менән һуңғараҡ филармонияға күсеп, унда лекторийҙа эш башланым. Мәктәп уҡыусыларын, йәш быуынды, халыҡты юғары сәнғәт өлгөләре менән таныштырабыҙ. Матурлыҡҡа, ижадҡа тәрбиә бәләкәйҙән һалынырға тейеш. Бер үк ваҡытта Эске эштәр министрлығы оркестрында йырлап йөрөйөм.

– Артур, институтта уҡыу менән бергә юридик белем алыуыңды ла беләм. Виктор Ярцев етәкселегендәге “Забава” ансамблендә йырлағанһың. Әле лә бер нисә урында эшләйһең. Нисек өлгөрәһең?
– Эшһөйәр ғаиләлә тәрбиә­лә­неп үҫтем. Әсәйемдең, өлә­сәйемдең тырышлығылыр тип уйлайым. Ауылдағы бөтә хужа­лыҡ үҙебеҙҙең өҫтә булды, өләсәйемә ярҙамлаштыҡ. Аға­сын да ҡырҡтыҡ, бесәнен дә әҙерләнек. Ошолар бөтәһе лә тормошҡа етди ҡарарға өйрәт­кәндер, өлгөрлөк сифаттарын һалғандыр, тим.

Мәктәптә лә яҡшы уҡыным, айырыуса математиканы яраттым. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы миңә “Алтын малай” тип исем дә тағып ҡуйҙы. Был исемде уҡытыусым тиккә генә ҡушмағандыр. Бәлки, киләсәктә ҙур өмөт бағлаған­дыр. Шуға ла һәр ваҡыт ошо исемгә лайыҡлы булырға тырыштым. Үкенескә ҡаршы, уҡытыусым мәрхүмә инде. Минең “Башҡорт йыры”нда еңеү яулағанымды күрһә, эй ҡыуаныр ине…

– Ғаиләң хаҡында ла белге килә.
– Кәләшем Нелли Күмер­тау ҡалаһынан. Шуныһы ғәжәп: дүрт йыл буйы бер уҡыу йортонда белем алһаҡ та, бер-беребеҙҙе күрмәгәнбеҙ. Ҡулға диплом алған көндә – сы­ға­рылыш кисәһендә таныштыҡ. Бөгөн кәләшем – балалар баҡса­һында музыка тәрбиәсеһе. Улыбыҙ Асҡар өсөнсө класта уҡый. Ул да сәнғәткә ғашиҡ, филармонияның хор түңәрәгенә йөрөй, футбол менән шөғөл­ләнә.

– Буш ваҡыттарыңды нисек үткәрәһең?
– Ғаилә менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Шулай ҙа Башҡорт­останды һағынып ҡайтабыҙ, тыуған яҡтағы ялға етмәй икән ул. Йәйҙәрен Ғафури районында ҡуна ятып балыҡ ҡармаҡ­ларға әүәҫмен.

– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!