• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости ЯЛҠЫНЛЫ ҺӨЙӨҮ ЭСЕНДӘ

ЯЛҠЫНЛЫ ҺӨЙӨҮ ЭСЕНДӘ

Тап шуның сағылышы булды Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында кисә үткән “Һөйөү ялҡыны” исемле концертта.

Урамдарҙа әлегә ҡыш хөкөм һөргәндәй булһа ла, көрт аҫтында күптән ер уянған, ағастарҙа бөрөләр терелгән… беҙҙең күңелдәр ҡуҙғыған. Тап шуның сағылышы булды Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында кисә үткән “Һөйөү ялҡыны” исемле концертта. Яҙҙың бөтөн ярһыуы, дәрте, илһамы менән килер сағындағы һөйөү хисен бүләк итте тамашасыларға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова етәкләгән эстрада төркөмө.

Мөхәббәттең төрлө сүрәте, төрлө кисерештәре һәм мең-мең сатҡылы тойғолары хаҡында булды бында һүҙ. Артистарҙың йырҙары аша уның ғазаплы булыуы ла, бәхетле мәлдәре лә, татлы көндәре лә, һағышлы саҡтары ла һөйләнде. Яратыу эсенә хыянат та, тоғролоҡ та, изгелек тә, намыҫ та һәм хатта бөтөн ғүмер ҙә, яҙмыштар ҙа, дәүерҙәр тарихы инә. Сөнки уны ябай кешеләр, бер-береһенә ялҡынлы һөйөү менән бәйле булған әҙәми заттар яһай, дауам итә.

Ошо илаһи хистәрҙе һәр кешенең күңелендә уятҡан йырсылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсуринға, халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Искәндәр Ғәзизовҡа, күңелдәрҙе үҙенең баян, ҡурай моңдары менән илерткән музыкант Салауат Хәлиловҡа, һәр һүҙе менән мөхәббәттең бар яҡтарын асып биреүсе алып барыусы Зөлфир Басыровҡа афарин, тиергә генә ҡала.

Килгән халыҡ Лилиә, Заһир һәм Искәндәр башҡарыуында күптән инде хитҡа әйләнгән йырҙарҙы ҡушылып йырланы. Бынан тыш тамашасылар иғтибарына артистар өр-яңы премьераларҙа ишеттерҙе. Шулай уҡ ҡайһы бер йырҙарҙы дуэт менән башҡарҙылар. Программа шул тиклем үҙенсәлекле итеп төҙөлгәйне. Концерт дөйөм бер спектакль кеүек ҡабул ителде. Бер йырҙа бәйән ителгән тарихты икенсеһе дауам итте, Лилиәнең йырына Заһир йә Искәндәр үҙенсә яуап бирҙе… Был урында сценарий авторы Миләүшә Ҡаһармановаға алҡышлап китке килә. Ә инде яҙылған һүҙҙәрҙе дөйөм бер һүрәт итеп тамашасыға алып барып еткереү, артистарҙың һәр сығышыннан бер сюжет яһау – был эштәр режиссер Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина иңенә ятты. Уның талапсанлығы, һәр хәрәкәткә ниндәйҙә булһа бер уй һалыуы, сәхнәлә күрһәтелгә тамашаны бер епкә бәйләй алыуы һәм уны түкмәй сәсмәй тамашасыға алып барып еткереүе – һоҡландыра. Афарин Рәмизә Санир ҡыҙы!

Сәхнәлә күбәләктәй осоп йөрөгән б ейеүселәр хаҡында айырым билдәләп үтеү кәрәктер. Сөнки улар һәр номерҙа тиерлек ҡатнашып, сәхнәлә барған сюжетты тулыландырып, уға айырым бер сағыу биҙәк индереүселәр. Уларҙың етеҙлегенә иҫ китерлек! Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Евгения Цыпина бер ҡараһаң ҡурай моңона яланда үҫкән сәскәләй бәүелә, һәм һә тигәнсе ялҡынлы бейеүе менән һине Испанияға алып оса. Ғөмүмән, филармонияла бейеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһы гәүһәргә тиң. Кисә Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлиә Нурғәлиева һәм Лилиә Хазиғәлиева, Регина Баракова, Татьяна Мутафи, Рөстәм Ғәндәлипов, Александр Довганюк, Венер Ҡолдаүләтов үҙҙәренең һомғол да, ялҡынлы ла хәрәкәттәре менән сәхнәнән һөйөү хаҡында һөйләне.

Бер һүҙ менән әйткәндә, концертты халыҡ тын да алмай тыңланы, ярһып ҡул сапты. Залдан ағылған хистәр моңо һәр береһенә таныш, яҡын, ҡәҙерле булғандыр. Беҙҙең барыбыҙҙы ла шул һөйөү йәшәтә бит.

Әйткәндәй, республикабыҙ һәм күрше өлкөләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ был программаны яҡын арала үҙҙәренең ҡала-ауыл сәхнәләрендә күреү бәхетенә эйә буласаҡ. Тәүгеләрҙән булып Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лилиә Ишемйәрова һәм Заһир Иҫәнсурин, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Искәндәр Ғәзизов тәҡдим иткән йылдың иң мөхәббәтле, сағыу тамашаһын республикабыҙҙың көньяҡ төбәге тамашасылары күрә аласаҡ. 12-се март- Мәләүез, 16-һы — Күмертау, 17-һе – Ермолаево, 18-ҙе – Йәҡшембәт, 19-сы март – Абдул ауылы халҡы “Һөйөү ялҡынына” күмеләсәк. Тамашала алда билдәләп үткән ҡурайсы, баянсы — Салауат Хәлилов, бейеүсе Евгения Цыпина ҡатнаша. Алып барыусы филармониябыҙҙың нәфис һүҙ оҫтаһы – Зөлфир Басыров. Һөйөү хистәренә тулы тамашанан ситтә ҡалмағыҙ!