• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости ЙЫҺАН ҠЫҘЫ САБИНА
ЙЫҺАН ҠЫҘЫ САБИНА

ЙЫҺАН ҠЫҘЫ САБИНА

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада солисткаһы Сабина Кучаева тормошонан ун ваҡиға.
  1. Сабина Кучаева Байконур ҡалаһында донъяға килә. Шуға ла уны йыһан ҡыҙы тип йөрөтәләр.
  2. Сәхнәгә йәш ярымда сыға. Атаһы, йырсы Насип Кучаев ҡыҙына арнап “Сабина” тигән йыр яҙа. Уны башҡарғанда Сабина янында бейей. Өс йәшендә иһә үҙе сәхнәлә йырлай башлай.
  3. Рәми Ғарипов исемендәге беренсе башҡорт гимназия-интернатында уҡый. Юғары белемде Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла ала. Моңло ҡыҙ ҡайҙа уҡыһы ла һынатмай. Урта белемде алтын миҙалға, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай.
  4. Магистратурала уҡығанда алмашыныу программаһы буйынса Ҡытайҙа белем алыу бәхете лә тейә.
  5. Ике йыл элек ит аҙыҡтарынан бөтөнләй баш тартҡан.
  6. Төрлө телдәрҙе үҙләштерә. Әлеге ваҡытта ҡытай, инглиз, испан, корей телдәре менән ҡыҙыҡһына.
  7. Йога менән шөғөлләнә. Кешенең күңел донъяһын өйрәнеүсе фән – психология дә менән ҡыҙыҡһына.
  8. Бала сағында тиктормаҫ була. Ведосипедтан йығылып төшөп аяғын да һындыра.
  9. Сабина Кучаева – Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республикала йыр буйынса ойошторолған конкурстар лауреаты.
  10. Тормош девизы: “Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре”.