• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости “Йырҙарҙы башҡаса башҡара алмайым...”
“Йырҙарҙы башҡаса башҡара алмайым…”

“Йырҙарҙы башҡаса башҡара алмайым…”

Йырсы Рөстәм Шаһыбаловтың ижады менән таныш булмаған кеше бик һирәктер.
Моңло, мәғәнәле йырҙар башҡарыуы менән ул тамашасы күңелен күптән арбаны. Ә сәнғәткә һөйөү уға ата-әсәһенән күскән. Атаһы Садиҡ Шаһыбалов Әбйәлил районының Амангилде ауылында мәҙәниәт йорто директоры булып эшләне. Уның халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарыуы әле һаман күңелдә һаҡланып ҡалған. Ә әсәһе Рәйлә Исхаҡ ҡыҙы Амангилде урта мәктәбендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Ул да сәнғәткә ғашиҡ ине. Шуға Рөстәмдең дә йырсы булып китеренә бер кем дә шикләнмәне. Бала сағынан ул сәхнәлә сығыш яһаны. Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Өфө дәүләт филармонияһы солисы Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ менән әңгәмәбеҙ ошо сихри сәнғәт донъяһы һәм башҡалар хаҡында.

– Рөстәм, үҙем дә, һинең кеүек үк, Әбйәлил районының Амангилде ауылынан булғас, бала сағыңдан сәхнәлә сығыш яһағаныңды яҡшы хәтерләйем, шуға күрә күп ауылдаштар кеүек, киләсәктә сәнғәт юлын һайларыңа һис шигем юҡ ине. Ә сәхнәгә беренсе тапҡыр сыҡҡаныңды хәтерләйһеңме?
– Ғаиләбеҙ менән бергәләп бик бәләкәй саҡтан сығыш яһай башлағанғалыр, күрәһең, ул осор иҫемдә ҡалмаған. Ә бына аҙаҡ әсәйем, атайым һәм ағайым менән бергә төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуыбыҙ күңелемдә яҡшы уйылып ҡалған. Әле лә сәхнәгә сығыу – һәр саҡ тулҡынландырғыс мәл. Өҫтәүенә, ул ҙур яуаплылыҡ та. Әле һаман ныҡ тулҡынланам, хатта ҡаушайым…

– Әйткәндәй, бала саҡта уҡ ижади конкурста ҡатнашып, алдынғы урынға лайыҡ булғайның бит?
– Эйе, үҙем дә, ғаиләбеҙ менән бергәләп тә төрлө бәйге-конкурстарҙа йыш ҡатнаша торғайныҡ. Сәхнә менән дә бәләкәй саҡта уҡ “дуҫлаштым”. Өҫтәүенә, белеүегеҙсә, әсәйем дә, атайым да бик матур йырлай ине. Сәнғәт донъяһына һөйөү ҡәҙерле кешеләремдән күскәндер: бәләкәй саҡтан уҡ бейеү ансамбленә йөрөнөм, ҡурай уйнарға өйрәндем. Ошо ваҡытта “Әбйәлил йондоҙ­соҡтары” конкурсында ҡатнашып, йыр буйынса икенсе урынға лайыҡ булғайным шул.

Мәктәпте тамамлағас, әсәйемдең кәңәше буйынса Өфө сәнғәт училищеһына барырға ҡарар иттем. Шулай итеп, был уй-маҡсатым тормошҡа ашты: имтихандарҙы уңышлы тапшырғас, вокал бүлегендә, Башҡорт­остандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар һәм республикабыҙҙың Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Вахит Хызыров класында уҡый башланым.

– Төпкөл ауылдан профессиональ йырсылар әҙерләгән уҡыу йортона килеп эләккәс, үҙеңде нисегерәк тойҙоң? Унда буласаҡ профессиональ йырсы­ларға классик йырҙар, опералар башҡа­рырға ла өйрәтәләрҙер?
– Башта аптырашта ҡалдым, әлбиттә, үҙемә “Ҡайҙа килеп эләктем әле ул?” тигән һорауҙы биргәнем дә булғыланы. Ғөмүмән, һоҡланып тыңлаһам да, опера сәнғәте минең өсөн түгел кеүек, әле лә уға артыҡ мөкиббән түгелмен. Ә бына башҡорт халыҡ йырҙарын ныҡ яратам. Уларҙы ғүмер буйы атайым башҡарҙы. Бәлки, ошо хәлдең тәьҫораты теймәй ҡалмағандыр…

Училищеның академик йырлау бүлеген тамамлағас, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем. Беренсе курстан һуң уҡытыусым – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, баш ҡалабыҙ­ҙың почетлы гражданы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Миләүшә Ғәле ҡыҙы Мортазина менән һөйләшеп, халыҡ йырҙары йүнәлешендә уҡыуҙы дауам иттем.

– Халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡараһың. Һине күптәр яратып тыңлай. Иң башта уларҙы йырлау серҙәренә атайыңдан өйрәнгәнһеңдер, моғайын?
– Атайымдың көн һайын оҙон халыҡ йырҙарын башҡарыуын ишетеп үҫкәс, бәләкәй саҡтан күңелемә һеңеп ҡалған. Әммә махсус ваҡыт бүлеп өйрәтмәне ул. Уны тыңлап, үҙем дә атайым менән бергә йырлай башланым. Ә әсәйем төрлө композиторҙарҙың йырҙарын йырларға өйрәткәйне.

– Ғөмүмән, халыҡ йырҙарын ғына башҡарыу теләге бармы һиндә?
– Әлбиттә, бик теләп уларҙы ғына йырлар инем. Тик заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, һәр осорҙоң үҙ талабы. Әлегә, пандемия сәбәпле, концерттар туҡталып торҙо. Онлайн тәртибендә генә үткәрәбеҙ. Әммә халыҡ йырҙарынан ғына торған концерттар Өфөлә ойошторолмай ине, сөнки халыҡ бындай сараларға күпләп йөрөмәй. Үҙе бер проблема ул…

– “Әсәйем доғалары”, “Ниҙәр булды һиңә?”, “Балан”, “Һөйгәнемдән айырылдым” тигән йырҙар менән халыҡта танылыу яуланың… Шулай итеп, һәр йырың тамашасы күңеленә үтеп инә, һәр береһе моңло…
– Йырҙарҙы башҡаса башҡара алмайым. Күңелемә ятмағандарын да йырлауы ауыр. Ундағы һүҙҙәр, фекерҙәр, уй-хистәр үҙемдекеләр менән тап килмәһә, уларҙы башҡарыуға тотонмайым. Юғиһә, тамашасы күңеленә еткереп булмаясаҡ. Тик ҡайһы берҙә сценарий буйынса ҡуйылған йырҙарҙы йырларға тура килде. Әммә уларҙы репертуарыма ала алманым.
Йыр – ул доға, тип тә әйтәләр. Бәлки, ошо һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк тә барҙыр. Доға ла бит бар күңелеңде һалып уҡыуҙы талап итә. Һәр хәлдә, башҡарған йырҙың темаһына, мәғәнәһенә, һүҙҙәренә иғтибарлымын. Һәм тағы ихласлыҡ кәрәк: был доға әйткәндәге кеүек була инде.

– Коронавирус инфекцияһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҙәни усаҡтарҙы ла урап үтмәне: бына ошо ҡатмарлы осорҙо нисек үткәрәһең?
– Билдәле сәбәптәр арҡаһында гастрол­дәргә сыға алмаһаҡ та, эшкә барыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Шулай уҡ репетициялар ҙа үткәрелә, онлайн-форматта концерттар ҙа ҡуябыҙ.
Шуныһы һөйөнөслө: ижад итәм. Был осорҙа мин һирәк башҡарылған күп кенә халыҡ йырҙарын өйрәндем. Быныһы инде алтынға бәрәбәр.

– Гәзит уҡыусыларҙы ғаиләң менән дә таныштырайыҡ, Рөстәм?
– Кәләшем Нурсилә – Ейәнсура районынан. Ул – медицина хеҙмәткәре. Республика клиник һуғыш ветерандары госпитале эргәһендәге Медицина реабилитациялауы һәм тергеҙеү дауаланыуы үҙәгендә эшләй. Алты йәшлек Илдан исемле малай үҫтерәбеҙ. Ул балалар баҡсаһына йөрөй һәм мәктәпкә барыу өсөн белемен дә камиллаштыра.

– Яңы йылға ниндәй уй-маҡсаттар бағлайһың?
– 2021 йылды, ниһайәт, үҙ фатирыбыҙҙа ҡаршылай алыуыбыҙ – сикһеҙ бәхет! Был хәлде ғаилә ҡороуыбыҙға 10 йыл тулыуға яҙмыш тарафынан үҙенсәлекле бүләк кеүек ҡабул иттек. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында вокалсы булып хеҙмәт итеүемә лә 12 йыл тулды. Бына ошондай матур яңылыҡтар менән ҡаршылайым Яңы йылды. “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға 2021 йылда изге теләктәремде еткерәм. Иң мөһиме – барыбыҙға ла сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар юлдаш булһын!

Ҡыҫҡаса белешмә

Башҡорт эстрадаһында яҡты йондоҙ булып балҡыған Рөстәм Шаһыбалов Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуып үҫкән. Артист булыу теләге уны 2000 йылда Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. Училищены уңышлы тамамлағандан һуң, Рөстәм Шаһыбалов З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегендә уҡыуын дауам итә.

Рөстәм Шаһыбалов халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша: “Ирәндек моңдары-99” конкурсында, башҡорт һәм татар йырын башҡарыусыларҙың “Дуҫлыҡ моңо-2002” фестивалендә – III дәрәжә диплом лауреаты, VI төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары-2002” конкурсында Гран-приға лайыҡ булған. Бынан тыш, ул Туймазы ҡалаһында уҙған “Оҙон көй-2002” башҡорт халыҡ йыры конкурсында III дәрәжә лауреаты, 2003 йылда Волгоградта III Бөтә Рәсәй йәштәр “Дельфий уйындары” ярышында I дәрәжә лауреат тип танылған, 2004 йылда Кишиневта БДБ илдәренең йәштәр “Дельфий уйындары”нда бронза миҙал яулаған.

Рөстәм хеҙмәт юлын Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Каруанһарай” төркөмөндә башлаған. 
Бөгөн Рөстәм Шаһыбалов – халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында лауреат булған, киң билдәлелек яулаған йырсы.

Репертуары бик бай – башҡорт халыҡ йырҙары һәм милли композиторҙарыбыҙҙың эстрада әҫәрҙәре.