• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Пресса ҺӘР МИҘГЕЛДЕҢ ҮҘ МАТУРЛЫҒЫ
ҺӘР МИҘГЕЛДЕҢ ҮҘ МАТУРЛЫҒЫ

ҺӘР МИҘГЕЛДЕҢ ҮҘ МАТУРЛЫҒЫ

«Кеше өсөн ғүмерҙең һәр миҙгеле матур. Йәшлек ул – үҙе бер мәл, ир уртаһы – аҡыл ултырған осор, ә бына ғүмерҙең ап-аҡ ҡышы һәр кемгә лә ҡартлыҡ бәхете, тыныс тормошо менән килһен ине», – ти Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә  Ҡадирова. Танылған йырсы – журналдың күптән көтөлгән ҡунағы.

– Нәзифә Жәүәт ҡыҙы, һеҙ бик иртә популяр булған йырсылар быуынынан. Хатта Советтар Союзы осоронда Бөтә Союз конкурстарында йырлағанығыҙ хәтерҙә.

– Беҙ – үҙ тамашасыларын бөртөкләп йыйған быуын йырсылары. Райондарға, ауылдарға бихисап концерттар менән сығыу, тамашасыларҙың күңеленә ятҡан репертуар һайлау, үҙ өҫтөңдә эшләү, моңдарыбыҙҙы  республиканан ситтә танытыу беҙҙе популяр итте. Элек артистарға ҡуйылған план нормалары ла юғары булды. Гастролдәр ваҡытында бәләкәй генә ауылдарҙы ла ситләтеп үтмәй инек. Башҡорт дәүләт филармонияһына килгәс, йәшләй генә эшкә егелдек. Бөтә Союз конкурстарындағы күп төрлө сығыштарым, фестивалдәрҙә ҡатнашыуым менән ғорурмын. Сөнки ул мине генә түгел, халҡыбыҙҙы, уның моңон да илгә танытты. Союздаш республикаларҙан, яҡын сит илдәрҙән бик күп рәхмәт хаттары алдым. Мине  оркестр музыканттары «наша мандолиночка» тип кенә йөрөттө.

– Ул популярлыҡ ниндәй осраҡта һеҙгә ярҙам итте, ҡайһы ваҡытта, киреһенсә, ҡамасауланы?

– Популярлыҡ миңә яуаплылыҡ өҫтәне. Үҙеңде тотоу, холоҡ-фиғелеңде тыйыу, самалап һөйләү, кейенеү, биҙәнеп-төҙәнеүҙә лә ошоно онотманым. Урамдан китеп барғанда ла артист икәнлегеңде хәтерҙән сығармайһың. Популяр булыуым ябай кешеләр менән уртаҡ тел табыу, һәр тарафта халыҡ ихтирамын тойоу, үҙемә иһә уларға ярҙам итеү мөмкинлеген бирҙе. Мөрәжәғәт итеүселәргә балалар баҡсаларында урын алыуҙа, дауаханаларға урынлаштырыуҙа, уҡырға индереүҙә, хатта фатирҙар алыуҙа булышлыҡ иткән ваҡыттарым булды.

– Тормош иптәшегеҙ, билдәле мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадиров ниндәйерәк кеше ине, әгәр ҙә иҫән булһа, ул үҙен ҡайһы йүнәлештә тапҡан булыр ине икән?

– Ул бөтә яҡтан да бик булдыҡлы кеше ине. Тик йәш китеүе генә һаман күңелде әрнетә. Минең уйымса, ул үҙен бизнеста табыр ине. Техника яратты, автосервистар асырға тырышыр ине. Һәләтле кеше бар яҡлап һәләтле була. Шуға күрә Ғабдрахман үҙен эшҡыуарлыҡ өлкәһендә табып, бөгөнгө көнгә яраҡлашыр ине.

– Ҡәйнәгеҙҙе һуңғы көндәренә тиклем һеҙ үҙегеҙ ҡараған, тиҙәр. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр  әсәләрен тәрбиәләмәй, туғандары менән ҡатышмай…

– Ул атай-әсәй тәрбиәһенән киләлер. Минең әсәйем ғүмере буйы ҡәйнәһен «әней», «әсәй» тип өҙөлөп торҙо. Беҙҙең ғаиләлә тәрбиә шулай ҡуйылған ине. Ғабдрахман «инәй» тине, мин дә шулай тинем ҡәйнәмә. Улар – Туймазы яғыныҡы. Әле лә туғандарыбыҙ менән күрешеп, ҡатышып торабыҙ, «жиңгәшәй» тип яҡын итәләр. Матур мөғәмәлә һаҡлай алдыҡ, бәйләнештәр өҙөлмәне. Ҡәйнәм, Ғасимә Мөхәмәт ҡыҙы, бик уңған, булдыҡлы, аш-һыуға оҫта, таҙалыҡ яратҡан ҡатын ине. Беҙ ҡыҙ менән әсәй кеүек йәшәнек. Төрлө ваҡыттар ҙа булғыланы, әммә бер-беребеҙгә үпкә һаҡлап йөрөмәнек. Ул оҙаҡ та сирләмәне, ни бары бер ай ятты. Һуңғаса үҙем ҡараным. Гастролдәр килеп сыҡһа, ижадымды яратыуы таныштырған Наилә апай эргәһендә булды. Уның ярҙамы өсөн әле лә рәхмәттәр уҡыйым.

– Нәзифә Жәүәт ҡыҙы, шәхси эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнгән осорҙарығыҙ булды. Ижад менән бергә был эште нисек уңышлы алып бара алдығыҙ?

– Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән ваҡытта гел шуға иғтибар иттем: унда буфет асырлыҡ матур буш урындар бар. Әммә ҡыҙҙар бәләкәй генә бер мөйөштә бешереп һаталар. Ғаилә советында уйлаштыҡ та, буш торған буфетты ҡуртымға алып эшләп ҡарарға булдыҡ. Тамашасылар ҙа, артистар ҙа бик ҡыуанып йөрөнө. Ижад кешеләренең юбилейҙарын да үткәрә торғайныҡ. Оҫта бешергән ашнаҡсыларҙан матур ғына кол­лектив тупланыҡ. Уның шәхсән табышына ҡарағанда, кешегә файҙаһы күберәк булғандыр. Ташламалар ҙа яһай инек. Артистарыбыҙ туҡланды, хатта йыш ҡына бутҡа ашарға Фәриҙә апай Ҡудашева килде. Ашап та, маҡтап та китә торғайны. Биш  йыл самаһы эшләнек. Әммә беҙ – ижад кешеләре. Ике ҡапма-ҡаршылыҡлы өлкәне бергә алып барыуы бик ҡыйын бит.

– Иптәшегеҙ, баянсы Ғәли Алтынбаев, һеҙҙе тормошта аңлаған, бер уйлы, бер фекерле кешелер, тим. Ғаиләлә шулай гармония табып, нисек бер-береңде аңлап йәшәргә?

– Беҙҙе ижад берләштерҙе, йәрәштерҙе. Ике ярты булып бөтөнгә әйләндек. Тормошҡа ла, кешеләргә лә, хатта ижадҡа ла ҡараштарыбыҙ оҡшаш. Бер-береңдең яҡшы яҡтарын да, етешһеҙлектәрен дә ҡабул итә белергә кәрәк. Репертуар һайлауға, концерт ойоштороуға бәйле бәхәсле мәлдәр булғыланы. Ғәли Мансур улы – бик асыҡ, аралашыусан кеше. Филармонияла ҡыҙҙар менән һөйләшеп тороуын, йәштәр менән аралашыуын күреп, һәр береһенә иҫкәрмә яһап, ҡыҙғанып йөрөһәм, ул ғаилә түгел инде. Шуға күрә, уның булмышын ҡабул итергә өйрәндем. Ижадта ул – бик һәләтле, моңдо нескә тойған музыкант. Опера, симфоник музыканы яҡшы белә. Миңә хор капеллаһын, классик, инструменталь музыкала төрлө тауыштарҙы ишетеү һәләтен асты, һәр яҡлап үҫергә ярҙам итте.

– Һеҙҙең ейәндәрегеҙ бар. Улар хаҡында һөйләп үтегеҙ әле. Береһе ҡартатаһы кеүек спорт менән етди шөғөлләнә, тиҙәр ине.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2021) һанында уҡығыҙ.

 

Гөлнур Ишбулатова