• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

ДАЛАНЛЫ БУЛҺЫН ИР-ЕГЕТ!

Тыуған илебеҙ көсөргәнешле мәлдәр кисерә, арыҫландай ир-егеттәребеҙ беҙҙең тыныслыҡты һәм бөтөнлөктө һаҡлау сигендә.

Бөгөн ир-егеттәребеҙҙең рухлы, даланлы, илһөйәр һәм ҡаһарман булыуы зарур. Тап бына ошо хаҡта ла инде легендар “Далан” фольклор-эстрада төркөмөнөң яңы концерты.

Батырҙарҙы айырым кешеләр түгел, ә халыҡ тыуҙыра. Улар беҙҙә ил йылъяҙмалары яҙыла башлағандан тарихта, хәтерҙә һәм йырҙарҙа йәшәй. Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге “Далан” төркөмө быуаттар төпкөлөндә ҡалған батырҙар данын бөгөнгө көн сағылышында күрһәтә. Беҙҙең замандың, беҙҙең көрәштең даланлы ир-егеттәрен йырға һала.

Концертта шулай уҡ тыуған йорт, атай нигеҙе, тыуған илгә булған һөйөү, тәүге мөхәббәт һәм тәбиғәткә мәҙхиә кеүек көслө затты биҙәр темалар ҙа ҡуҙғатыла. Бөтөн был хис-тойғолар тулы бер рухлы тамаша булып һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе ҡанатландырасаҡ, уға ғорурлыҡ һәм илһам өҫтәйәсәк.

Хөрмәтле дуҫтар, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, ир-егеттәрҙең күңелен үҫтереү, уларҙың мөһимлеген билдәләү һәм яратыуығыҙҙы, хөрмәтегеҙҙе белдереү өсөн дә уңайлы булыр был концертҡа килеү. Әйҙәгеҙ, илһөйәрлегебеҙҙе бөгөн рухлы йырҙар аша белдерәйек!