• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Дуҫлыҡ күпере

Ишембай һәм Күгәрсен райондары таланттары
Проекттың авторы - Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов.


 

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 1 февраль 19:00 сәғәттә башҡала тамашасыһына Ишембай һәм Күгәрсен райондары таланттары әҙерләгән «Дуҫлыҡ күпере» исемле концерт программаһын тәҡдим итә.

Проекттың авторы — Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов.

Ике райондың танылған йырсылары, музыканттары, бейеүселәре – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мирас Йомағужин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Нәғим Нуриманов, Ришат Бәҙретдинов, Радик Ғәлимйәнов, Ғәлим Кинйәбулатов һәм Рәфис Ишбаев, Хәйҙәр Нәҙершин, Елена, Фәрүәз Миңнебаевтар, Розалия Әхмәтйәнова, Айбулат Ишморатов, Регина Төхвәтуллина, Ләйсән Мәүлетҡолова, Илүзә, Илгиз Ниғәмәтуллиндар халыҡ көйҙәре, заманса популяр йырҙар, бейеүҙәр, баян, ҡурай моңо аша күңелдәргә «дуҫлыҡ күпере» һаласаҡтар.

Республикала киң билдәле «Берғамыт» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле (етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтйәнов) халыҡсан, рухлы, дәртле бейеүҙәре менән концерт программаһын йәмләйәсәк.

Концертың махсус ҡунағы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин илаһи ҡурай моңо бүләк итәсәк тамашасыларға.

Үҙенсәлекле, бай йөкмәткеле концертҡа рәхим итегеҙ, дуҫтар!

 14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 300-600 һум.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru