• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Хәлит Фәтихов

Юбилейный концерт

Филармонияның ғорурлығы – Башҡарыу сәнғәте оҫтаһы, улар араһында Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы, хеҙмәт һәм сәхнә ветераны Хәлит Шәйех улы ФӘТИХОВ абруйлы урын биләй.

Хәлит Шәйех улы республиканың алдынғы баянсы-аккомпаниаторҙарының береһе булып тора. Теүәл 45 йыл мэтр Башҡорт филармонияһында эшләй. Ул баянда башҡорт һәм татар халыҡ көйҙәрен күп эшкәртеүҙәр авторы булып тора. Республиканың алдынғы сәнғәт оҫталарына аккомпаниаторлыҡ итә: улар – Илһам Шакиров, Фәриҙә Ҡудашева, Радик Гәрәев, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадырова, Хәйҙәр Бегичев, Ғәли Хәмзин, Фәнүнә Сирәжетдинова, Шамил Хәмәҙинуров һәм башҡалар.

Музыкант тальянкала, баянда, ғөмүмән, гармониканың бөтә төрҙәрендә оҫта уйнай, республика тальянка байрамдарында алдынғы тальянсы булып тора. Бер нисә йыл Хәлит Фәтихов Фәтих Иҡсанов исемендәге «Моңға бай гармун байрамы» республика гармун байрамының даими жюри ағзаһы.

2023 йылдың 20 мартында сәхнә оҫтаһы үҙенең юбилейын билдәләй.

2023 йылдың 24 мартында Башҡорт филармонияһының ҙур залында Хәлит Шәйех улы музыканттың ике мөһим датаһына – тыуыуына 65 йәш һәм ижади эшмәкәрлегенә 45 йыл тулыуға арналған байрам программаһына саҡыра.

Кисәлә юбилярҙың ижадташ дуҫтары һәм туғандары: Лилиә Фәтихова, Ильшат Фәтихов, Башҡортостандың халыҡ артистары – Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Азат Биксурин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов, Илеш районының «Мираҫ» халыҡ фольклор музыкаһы ансамбле, “Салауат” балалар бейеү ансамбле, филармонияның бейеүселәре һәм баянистары ҡатнашасаҡ. Килегеҙ! Күңелле буласаҡ!