• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

«Серле маЖара»

Яңы йыл тамашаһы
Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада артистары
Режиссёр - Сулпан Аскарова

Ап-аҡ ҡарлы, сафлыҡ бөркөлөп торған ҡыш – ул тәбиғәттең оло бер мөғжизәһе. Күбәләкләп яуған ҡар урамдарҙы йәмләп, тирә-йүнгә тоноҡ яҡтылыҡ таратҡан фонарь уттарында ем-ем килеп, төрлө хәрәкәттәр яһап ергә төшә. Бөтә донъя аҡ һиллектә! Ағастарҙы уратып ҡаплаған бәҫ аҫтында йәшел япраҡтар һалҡындан йәшенеп яҙҙы көтә төҫлө…

Тирә-яҡты аҡ матурлыҡ биләгән ҡыш миҙгелендә төрлө мөғжизәләр була ла инде. Уларға ышанмай мөмкин түгел. Ана шундай бер мөғжизәле ваҡиға тураһында һөйләмәксе һеҙгә филармония артистары.

Йыр, бейеү, шаян һүҙ, ҡыҙыҡлы уйындар менән барған, «Серле маЖара» тип аталған тамашала башҡорт эстрадаһының иң сағыу йондоҙҙары Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Лилиә Ишемйәрова, Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров, Тимур Рамазанов, Илдар Абдуллин, Алмас Сирусин, Фәриҙә Ғаззалова, Зилиә Сәфиуллина, Азат Биксурин, Салауат Хәлилов, Венер Сәйфетдинов, Хәлит Фәтихов, Илшат Фәтихов, «Ағымаҡ» төркөмө, Рөстәм Ғандалипов, Татьяна Мутафи, Евгения Цыпина, Гөлназ Ильясова, Рәмил Мостафин, Сабина Дадашова, Зарина Ғуфранова, Аурика Уршеева һәм башҡалар ҡатнашҡан уйын – көлкөлө, йыр-бейеүле, серле мажаралар тулы һәм әлбиттә сюрприздар ҙа булған концертҡа рәхим итегеҙ, хөрмәтле дуҫтар!

Концерттың режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова

 14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 300-1000 һум.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru