• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Халҡым мираҫы

Халҡыбыҙ йолаларын ҡәҙерләп һаҡлайыҡ!
Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестры
худ. етәксеһе һәм дирижеры – БР атҡаҙанған артисы Ринат Мөхәмәтйәнов


 

Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестры (художество етәксеһе һәм дирижеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ринат Мөхәмәтйәнов) сағыу, бай эстәлекле, тамашасы күңеленә хуш килгән концерттары менән илһамландыра, шатландыра, һоҡландыра!

Республикабыҙҙың милли музыкаль ынйыһы — Халыҡ ҡоралдары милли оркестры 12 декабрь тамашасыларға «Халҡым мираҫы» тигән концерт тәҡдим итә.

Танылған коллектив репертуарында халыҡ йырҙары, милли музыка төп урын алып тора. Башҡорт халҡының данлы тарихы, үткәне, арҙаҡлы шәхестәре, гүзәл тәбиғәте тураһында һөйләгән йырҙар оркестр репертуарының алтын фондын тәшкил итә.

Халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫы – башҡорт милли йолалары борондан халыҡ йырҙары, көйҙәр менән үрелеп барған. Йолаларға арнап махсус йырҙар ижад ителгән.

«Халҡым мираҫы» тип аталған, милли рух менән һуғарылған концерт 2024 йылда иғлан ителгән Ғаилә йылына һәм Башҡорт теле көнөнә арнала. НОНИ сираттағы концертын тарихи башҡорт йолалары – Йәштәр туйы, Килен төшөрөү, Бәпес туйы, Исем ҡуштырыу кеүек йолаларын һүрәтләгән композияциялар, йырҙар нигеҙендә әҙерләй.

Концерттың режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Ғимаҙиева.

Башҡорт халҡының быуаттарҙан килгән изге йолаларын юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, бергәләп иҫкә төшөрәйек, хөрмәтле милләттәштәр! Килегеҙ, көтәбеҙ!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 300-600 һум.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru