• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Йәшә. Живи

Большой эстрадный концерт

Республиканың райондарында, ҡалаларында уңыш менән барған «Йәшә!» тип аталған концерт программаһы тамашасылар һорауы буйынса тағы ла сәхнәгә сыға. 26 сентябрь филармонияның ҙур залында эстрадабыҙҙың танылған сәхнә йондоҙҙары тормош, йәшәйеш тураһында йырҙар, шиғырҙар бүләк итәсәк һеҙгә!

Үҙенсәлекле, бай эстәлекле, тәрән мәғәнәле концерт программаһында башҡорт эстрадаһының танылған артистары — Артур Туҡтағолов, Минзифа Исҡужина, Лилиә Ишемйәрова, Азат Биксурин, Айгөл Һағынбаева, Искәндәр Ғәзизов, Заһир Иҫәнсурин, Тимур Рамаҙанов, Евгения Цыпина, Алмас Сирусин, Илдар Абдуллин, Салауат Хәлилов, Венер Сәйфетдинов, Аурика Уршеева, Гөлнур Мансурова, Гөлназ Ильясова, Сабина Дадашова, Рәмил Мостафин, Зилиә Сәфиуллина, Светлана Атанғоловалар ҡатнаша.

Концерттың режиссеры — Зиннур Сөләймәнов, сценарий авторы — Зилә Ғәлләмова.

Проекттың арт-директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, эстраданың художество етәксеһе Илнур Хәйруллин.

Ашығығыҙ, сағыу тамашала осрашайыҡ, хөрмәтле тамашасылар!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 300-1000 һум.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru