• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

ЙЫРЛА, БЕЙЕ, СТУДЕНТ!

Филармония артистары студенттарҙы йыя!

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары яңы уҡыу йылы менән ҡотлап баш ҡала студенттарына шәп концерт программаһын тәҡдим итә. 85-се ижад миҙгеленең иң яҡшы хиттары, популяр музыка, дәртле бейеүҙәр, уйын — көлкө менән барған тамашала интерактив уйындар, дискотека буласаҡ!

 

Сәхнәлә йәштәрҙең яратып тыңлаған талантлы артистары: Тимур Рамазанов, Айтуған Ғәйзуллин, Зөлхизә Илбәкова, Радмир Исмәғилов (Rody Dillon) һәм «Әйе» төркөмө, Светлана Атанғолова сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары: Заһир Иҫәнсурин, Искәндәр Ғәзизов, Салауат Мөхәмәтйәров, Рөстәм Шаһыбалов, Фәриҙә Ғаззалова, Гөлнур Мансурова ла йырҙарын бүләк итәсәк.

Талантлы музыканттар Аурика Уршеева (саксофон), Венер Сәйфетдинов (ҡурай), мультиинструменталистар: Миңдеғәфүр Зәйнетдинов һәм Илнур Хәйруллиндың дәртле көй — моңдарына рәхәтләнеп бейеү форсаты ла буласаҡ! Алып барыусылар: Элмира Юлдашева һәм Зилиә Сәфиуллина студенттарға сессияларҙы уңышлы биреү серҙәрен асасаҡ.

Концерттың режиссерҙары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгиза Илбәкова һәм Дилбәр Фәйзиева.

Яңы башланасаҡ яуаплы, тыңғыһыҙ уҡыу йылын шатланып, дәртләнеп, илһамланып башлағығыҙ килһә, 1 сентябрь Совет майҙанына ашығығыҙ! Филармония артистары һеҙгә дәрт, илһам, ыңғай энергетика бүләк итәсәк! Осрашҡанға тиклем! Көтәбеҙ!

 

ОСРАШЫУ УРЫНЫСОВЕТ МАЙҘАНЫ!