• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Мөхәббәт иле / Страна любви

Өр-яңы проект
85-се ижад миҙгеле
Хөсәйен Әхмәтовтың тыуыуына 110 йыл

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 85-се юбилей ижад миҙгелендә тамашасыларға өр-яңы концерт проекттарын тәҡдим итә.

14 март филармонияның ҙур залында уҙасаҡ «Мөхәббәт иле» тип аталған концертта филармонияның танылған йырсылары, музыканттары, бейеүселәре өфөлөләрҙе ҡайнар хис – тойғолар тулы «мөхәббәт иленә» сәйәхәткә саҡыра. Мөхәббәт – ул донъяны үҙгәртә торған илаһи көс. Мөхәббәт – ул кешелектең гәжәйеп бер мөғжизәһе, йәшәү сығанағы. Мөхәббәт — ул күп һәм төрлө яҡлы. Ҡатын – ҡыҙ һәм ир-ат араһындағы мөхәббәт, тыуған илгә, тормошҡа  мөхәббәт, әсәнең ғәзиз балаларына мөхәббәте… Ошо күп яҡлы мөхәббәт тураһында йыр-моң аша бәйән итәсәктәр филармония артистары.

Концертта Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Әлфиә Юлсурина, Хәлит Фәтихов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Артур Ғайсаров, Рөстәм Шаһыбалов, Элмира Юлдашева, Салауат Мөхәмәтйәров, Илшат Фәтихов, Фәриҙә Ғаззалова, Айтуған Ғәйзуллин, Радмир Исмәғилев, Семен Конторщиков, Альберт Исмаил, Артур Сәғәҙиев, Зарина Ғуфранова, Рөстәм Ғандалипов, Татьяна Мутафи, Гөлназ Ильясовалар ҡатнаша.

Концерттың режиссеры – Редик Ғәниев

Проекттың арт-директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, эстраданың художество етәксеһе Илнур Хәйруллин.

«Мөхәббәт иле» концертында көтәбеҙ һеҙҙе, хөрмәтле тамашасылар! Ашығығыҙ, килегеҙ, бергәләп хистәр тулы мөхәббәт илендә осрашайыҡ, дуҫтар!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 300-600 һум.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru