• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Мөхәббәт иле. Страна Любви

«Мөхәббәт илен»дә көтәбеҙ
Ҙур эстрада концерты

10 ноябрь Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияның ҙур залында «Мөхәббәт иле» тип аталған сағыу, эстәлекле, бай концерт программаһы яңынан сәхнәгә сыға!

Башҡорт эстрадаһының танылған йырсылары, музыканттары, бейеүселәре һеҙгә ҡайнар хис — тойғолар тулы тик «мөхәббәт илендә» яңғыраған һөйөү йырҙары, шиғырҙар, илаһи музыка тыңларға, дәртле, бейеүҙәр ҡарарға саҡыра.

«Мөхәббәт иле» проекты республиканың бихисап район, ҡалаларында булып, тамашасыларҙың ихлас һөйөүен яуланы. «Мөхәббәт иле»ндәге осрашыу матур иҫтәлектәр ҡалдырҙы.

Мөхәббәттең илаһи көсөн, уның йәшәүгә дәрт, ынтылыш биргән мөғжизә икәнен иҫбатлап, мөхәббәттең күп һәм төрлө сағылыштарын йыр — моң, хисле шиғри юлдар аша еткерә артистар.

Концертта Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Әлфиә Юлсурина, Хәлит Фәтихов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Артур Ғайсаров, Рөстәм Шаһыбалов, Элмира Юлдашева, Салауат Мөхәмәтйәров, Илшат Фәтихов, Фәриҙә Ғаззалова, Айтуған Ғәйзуллин, Радмир Исмәғилев, Семен Конторщиков, Альберт Исмаил, Артур Сәғәҙиев, Зарина Ғуфранова, Рөстәм Ғандалипов, Татьяна Мутафи, Гөлназ Ильясовалар ҡатнаша.

Концерттың режиссеры – Редик Ғәниев

Проекттың арт-директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, эстраданың художество етәксеһе Илнур Хәйруллин.

Килегеҙ, көтәбеҙ! Бергәләп хистәр тулы «Мөхәббәт иле»нә барып ҡайтайыҡ, дуҫтар!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 300 — 1000  һум.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru