• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

ОНОТМА!

Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика йыр конкурстары лауреаты Искәндәр Ғәзизов

«ОНОТМА!»

Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика йыр конкурстары лауреаты Искәндәр Ғәзизов 

Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар байрамы уңайынан гүзәл затты шәп бүләк менән һөйөндөрмәксе Искәндәр Ғәзизов! «Онотма» тип аталған концерт программаһын тәҡдим итә ул. Ә һеҙ, хөрмәтле ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙарығыҙға, әсәй-өләсәйҙәрегеҙгә, апай-һеңлеләрегеҙгә, һөйгәндәрегеҙгә һәм коллегаларығыҙға был концертҡа билет алып бирегеҙ. Үкенмәҫһегеҙ! Сөнки «Дуҫлыҡ моңо», «Урал моңо», «Ирәндек моңдары», «Гәлсәр һандуғас», «Башҡорт йыры» кеүек мәртәбәле бәйгеләр лауреаты Искәндәр Ғәзизов йыр һөйөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңелен яулап өлгөргән инде. Уҙған йыл уны Юлдаш радиоһы тыңлаусылары «Юлдаш-хит» конкурсында «Халыҡ йырсыһы» исеме менән дә бүләкләне.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының популяр йырсыһы «Атай, әсәй», «Һин киткәнгә көймәйем», «Йәй ғүмере», «Сер бирмә», «Мөхәббәт шишмәһе», «Кермә һин төштәремә» кеүек йырҙары менән йөрәктәргә үтеп ингән. Уның гастролдәрен республика ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә көтөп алалар. Йырсының үҙ тамашасылары һәм табыныусылары бар.

Ә 8 март көнөнә инде – киҫәтәбеҙ: О-нот-ма!!! Ҡарлы ҡыштарҙан һуң яҙ килерен, йәшлек хистәренең мәңгелек икәнен, изгелек тантана итерен, донъяның моңдан торғанын һәм… концертҡа килергә – онотма. Һеҙҙе бында яҙ байрамы көтә.

Тамашала Искәндәрҙең сәхнәләш дуҫтары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Заһир Иҫәнсурин (вокал), Евгения Цыпина (бейеү), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңдеғәфүр Зәйнетдинов (кумыҙсы), Айғөл Әсәҙуллина (вокал) һәм Салауат Хәлилов (ҡурай, баян) ҡатнаша. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән алырға мөмкин.