• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Сәләм, студент

Башҡорт эстрада артистары
студенттарҙы сәләмләй! 

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан баш ҡала уҡыу йорттарында белем алған студенттарға, тамашасыларға ҙур, сағыу концерт программаһын тәҡдим итә.

Студент йылдары – иң сағыу, күңелле, мауыҡтырғыс һәм бер ҡасан да ҡабатланмаҫ мәл. Студент саҡ – дәртле, шаян, хисле, яуаплы, ваҡыт етмәҫ, йоҡо туймаҫ саҡ. Шаулап — гөрләп торған студент йылдарын һәр кем һағынып иҫкә ала, сөнки ул йылдар ғүмергә иҫтә ҡалырҙай ваҡиғаларға, осрашыуҙарға, онотолмаҫ хәтирәләргә бай ваҡыт.

Филармонияның ҙур залында үтәсәк «СӘЛӘМ, СТУДЕНТ!» тигән концертта эстраданың танылған артистары, талантлы йәш йырсылар онотолмаҫ студент йылдарын иҫкә алып, бөгөнгө талиптарға бик үҙенсәлекле тамаша бүләк итәсәктәр.

Концерттың режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгиза Илбәкова.

Уйын — көлкө, шаярыу менән барған, заманса популяр йырҙар яңғыраған, интерактив уйындар, көтөлмәгән сюрприздар булған тамашаға рәхим итегеҙ, хөрмәтле тамашасылар!

Килегеҙ, көтәбеҙ! Дәртләнеп бейеп, йырлап, уйнап — көлөп, бергәләп күңел асайыҡ, дуҫтар!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 300 – 600 һум
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru