• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

ШAҢDAU

Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары Алиса Жумагалиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, Илдар Абдуллин

 

«ШАҢDAU»

Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары

Алиса Жумагалиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, Илдар Абдуллин

1 мартҡа – урғылып, күкрәп килгән яҙҙың тап беренсе көнөнә тура килә был концерт. Һәм был осраҡлы түгел! Сөнки был – яҙҙың үҙе кеүек мөхәббәтле, илһамлы, ҡайнар йөрәкле йәштәр тамашаһы! Ни өсөн концерт «Шаңдау» тип атала? Серҙе асырға әҙербеҙ. Сөнки концерт моңдоң әле донъялыҡта йәшәйеш булмаған дәүерҙәрҙән үк шаңдау булып килеүен иҫбатлай. Ышанмайһығыҙмы?! Ысын! Ер өҫтөн тик Ай менән Ҡояш ҡына йылытҡан һәм нурландырған саҡтарҙа уҡ булған моң тураһында…

Бынан тыш филармониябыҙ йәштәре – халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаттары Алиса Жумағәлиева, Әлфиә Ниғмәтуллина һәм Илдар Абдуллин эстрадабыҙға тап шаңдау булып килеп инделәр ҙә! Улар ҡыйыуҙар, амбициоздар, алдынғы ҡарашлылар, һәләтлеләр. Заман менән бергә атлаған, ваҡыт аҡбуҙатын йүгәнләй алған бөгөнгө көн хужалары. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең йәш тауыштар тамашасыларыбыҙға яңы образдар, яңы вокал бирелеше, яңы сәхнә алымдары менән өр-яңы «Шаңдау» алып килә.

Әйҙәгеҙ, яҙҙың тәүге көнөндә, тағы ла бер тапҡыр аҫыл йырҙарға ғашиҡ булып, хистәребеҙҙе яңыртып һәм балҡытып, күңел даръяларын сайҡалдырып ҡайтайыҡ. Бындай сихри кисте беҙгә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш тауыштары бүләк итә. Йәштәргә – йәшел юл!

Билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән алыу мөмкинлеге бар.