• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

Уралтау-Батырҙар иле

театрлаштырылған  сағыу
өр - яңы тамаша

“Уралтау -батырҙар иле” тип аталған  театрлаштырылған  сағыу, өр — яңы тамаша башҡорт халыҡ ижады гәүһәрҙәре — һирәк ишетелгән йырҙар, ҡобайырҙар ,мөнәжәттәр, халыҡ көйҙәренән,сәсәндәр  ижадынан   төҙөлгән.  Сәхнәләштерелгән  ҡыҙыҡлы  фәлсәфәүи   сюжет буйынса  Тарих  менән Мөхәббәт араһында барған һөйләшеүҙә  оло һорау ята:  борон-борондан йәшәгән башҡорт халҡы ,күп тарихи ҡыйралыш, сыуалыштарҙан  һуң  да ҡайҙан  йәшәү көсө ала? Рухи ныҡлығының сере, күңел матурлығы, ихлас яҡшылыҡлы  булып ҡалыуының ,Йыр көсөнөң сере нимәлә? Кемдәр Тарих атына атланып киләсәккә барыу хоҡуғына эйә?

Проект, сценарий авторы,  шулай уҡ, халыҡ йырҙарын ,ҡобайырҙарын башҡарыусы, Рәсәйҙә киң билдәле ғалимә ,филология фәндәре докторы, Халыҡ- ара ,бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, халыҡ сәсәне Розалия Солтангәрәева .

Концертта  Башҡортостан Республикаһының  данлыҡлы сәнғәт эшмәкәрҙәре : Азат Айытҡолов, Рәсүл Ҡарабулатов, Флүрә Килдеярова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Азамат Тимеров,Сара Буранбаева, Илшат Мөслимов, Гүзәл Үмәрғәлина,Зәлиә Ғәниәтуллина,Таһир Хәмитов,Дамир Әбүбәкеров, Рөстәм Ғүмәров, шулай уҡ,Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, Өфө сәнғәт училищеһы халыҡ инструменттары ансамбле,Рима Садыкова   етәкселегендәге Өфө сәнғәт училищеһы вокаль ансамбле  һәм башҡалар ҡатнаша . Тамашаның режиссеры Илнур Лоҡманов.

Рух нығытыр  һәм күңел күтәрер  тамашаға   ҡунаҡҡа саҡырабыҙ!