• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

ҠЫШҠЫ ХИСТӘР ҠАЙНАРЫРАҠ

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова

Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы, башҡорт эстрадаһының көмөш тауышы Лилиә Ишемйәрованың шәхси концерттары бик һирәк була. Йола буйынса ул бер-нисә йылға бер тапҡыр ғына һәм һәр саҡ ҡыш миҙгелендә яратҡан тамашасылары менән филармонияның ҙур залында осраша. Күптәр Ейәнсура һандуғасы – Лилиәнең бер-нисә йыл элек үткән «Ҡышҡы мөғжизә» исемле тамашаһын һағынып иҫкә ала. Һәм ниһайәт быйыл декабрҙең 23-ндә Лилиә Ишемйәрова өр-яңы программа менән ҡыуандырасаҡ!

Яңы йыл мөғжизәһен көткәндә нимәләр генә булмаҫҡа мөмкин? Ҡышҡы хистәр буран уйнатҡанда, беҙгә ашығып байрам килгәндә, ҡала урамдарында төҫлө уттар балҡығанда, йөрәктәр йыр-моңға тулышҡанда әллә ниндәй мажаралар көтәлер әле беҙҙе, дуҫтар! Килегеҙ! Күрегеҙ! Бергә булайыҡ!

Концертта Тимур Рамазанов, Заһир Иҫәнсурин, Селестин Жульен, Аурика, Рөстәм Ғәндәлипов, Татьяна Мутафи, Венер Ҡолдәүләтов, Рәмизә Мөхәмәтшина, Евгения Цыпина, Әлия Нурғәлиева, Урал Мортазиндар ҡатнаша. Дәртле йырҙар, ҡыҙыҡлы сюжет, көтөлмәгән боролоштар һәм яңылыҡтар һеҙгә байрам кәйефе бүләк итәсәк.

Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Миләүшә Ҡаһарманова.