• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru

АРҒЫМАК ТӨРКӨМӨ. ARGYMAK

"Рухи көс" Мәүлит байрамына арнала 
Махсус ҡунаҡтар: Роберт Юлдашев, Guzal Dance

14 октябрь 18:00 сәғәттә Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ринат Рамазанов етәкләгән «Арғымаҡ» төркөмөнөң мәүлит байрамына арналған ҙур концерты!

«Арғымаҡ» төркөмө башҡорт эстрадаһына елеп, сабып килеп инде лә тамашасыларҙың күңелен арбап, оло һөйөүен яуланы. Ошо ижад йылдары осоронда пар ҡанатлы толпарҙай донъяның күп илдәренә барып етеп, сағыу, дәртле сығыштары менән күптәрҙе хайран итте.

Төрки телле халыҡтарҙың музыкаһын яңы юнәлештәрҙә башҡарған, халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле музыкаль фольклорын, мәҙәниәтен киң пропагандалаған, заманса этник музыканың флагманы булған «арғымаҡтар» изге Мәүлит айының иң күркәм көнө – Мөхәмәт Пәйғәмбәрҙең тыуған көнөндә ҙур байрам концерты бүләк итәсәк яратҡан тамашасыһына.

«Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов былай тине концерт хаҡында: “Борон-борондан – Урал батыр дәүеренән халҡыбыҙҙың йәшәйеше, ғөрөф – ғәҙәттәре, көн – күреше ислам дине менән бәйле булған. Беҙ – хәҙерге быуын вәкилдәре рухи көстө тамырҙарыбыҙҙан алабыҙ, был илаһи көс бай тарихыбыҙ һәм халыҡыбыҙҙың үткәне менән бәйле. Репертуарыбыҙҙағы танылған йыр — моңдар менән бер рәттән тамашасы күңеленә ихласлыҡ, шәфҡәтлелек, тәҡүәлек хистәрен еткереп, илһамланып, нурланып Пәйғәмбәребеҙҙең изге рухына салауаттар, мөнәжәттәр әйтәсәкбеҙ байрам концертыбыҙҙа.“

Концерттың махсус ҡунаҡтары – Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашев һәм танылған халыҡ бейеү ансамбле “Guzal Dance”.

«Арғымаҡ» төркөмөнөң «Рухи көс» тип аталған илһамлы, нурлы, рухлы концертына рәхим итегеҙ, хөрмәтле дуҫтар!

14 йәштән 22 йәшкә тиклем тамашасылар билеттәрҙе «Пушкин картаһы» менән һатып ала алалар.
Билет хаҡы 300-1000 руб.
Касса: (347) 250-77-42
https://bashgf.ru