• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Музыканты и коллективы Государственный ансамбль кураистов Республики Башкортостан

Государственный ансамбль кураистов Республики Башкортостан

По указу Главы Республики Башкортостан Р.Ф. Хабирова в апреле 2024 года был создан Государственный ансамбль кураистов Республики Башкортостан.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ижад юлын башланы.

Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Ф. Хәбировтың указы буйынса 2024 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо.

Ансамблде ойоштороуҙың төп маҡсаттары: ҡурайҙа уйнау сәнғәтен һәм халыҡсанлығын, традицияларын, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу үҙенсәлеген һаҡлау, шул уҡ ваҡытта яңы һулыш биреү, заманса яңғырашта ишеттереү.

Яңы төҙөлгән ижад коллективының төп миссияһы – ҙур ҡатлам тамашасыларына мәҙәни — эстетик, илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә; милли мәҙәниәтте һаҡлауға, артабан үҫтереүгә һәм башҡорт музыкаһының символы булған ҡурайҙы киң танытыуға, пропагандалауға булышлыҡ итеү.

Ансамблдең репертуарында быуаттар буйына телдән — телгә тапшырылған башҡорттарҙың бик боронғо көйҙәре, халыҡ йырҙары һәм заман музыкаһы ла бар. Коллектив халыҡ көйҙәрен башҡарыу үҙенсәлеген ҡәҙерләп һаҡлап, илаһи ҡурай моңо аша башҡорт халҡының бай йыр — моң мираҫы менән таныштыра. Оҙон моңло көйҙәр, шаян, дәртле бейеү көйҙәре, боронғо хәрби походтарҙа яңғыраған марштар ансамбль башҡарыуында юғары кимәлдә, борондан һаҡланған көйөнсә яңғырай, шулай уҡ башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренә лә етди иғтибар бирелә.

Ҡурайсылар ансамбленең репертуарын байытыу һәм махсус әҫәрҙәр ижад итеү маҡсатында танылған башҡорт композиторҙары Нур Даутов, Илдар Хисәметдинов, Урал Иҙелбаев, Азамат Аҙнағолов, Юлай Үҙәнбаевтар ижади хеҙмәттешлеккә саҡырылды. Хәҙерге ваҡытта ҡурайсылар башҡорт халыҡ көйҙәре «Дим буйы», «Ҡартҡы кәкүге», «Урал», «Бикташев», «Байыҡ», Урал Мөхәмәтйәровтың яҙған «1812» тигән әҫәрҙәр өҫтөндә эшләй.

Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең художество етәксеһе – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡорт ССР — ның халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, виртуоз ҡурайсы Азат Миңнеғәли улы Айытҡолов.

Коллективтың тәүге сығышы Өфө ҡалаһының 450 йыллығы уңайынан 31 августа Боҙ Һарайында булды.

Целью создания стало сохранение искусства и традиции игры на курае, стиля исполнения башкирских народных песен, и в то же время дарование им новой жизни, представление их в современном контексте, понятном и воспринимаемом молодым зрителем. Помимо этого, основная миссия коллектива – содействие культурно-эстетическому и патриотическому воспитанию широкой публики, сохранению национальной культуры и прославлению башкирского музыкального символа.

Репертуар ансамбля кураистов составляют древние мелодии, наигрыши и народные песни башкир, которые веками передавались в устной форме. Тем самым коллектив демонстрирует аутентичное исполнение народных мелодий и песен на курае, представляя богатейшее народное наследие. Это –протяжные, лирические, плясовые, календарные, шуточные, старинные военные походные марши в новой обработке.

Программа коллектива активно расширяется авторскими сочинениями отечественных композиторов с упором на башкирских композиторов-классиков. Для работы с коллективом были приглашены композиторы И. Хисамутдинов, Н. Даутов, У. Идельбаев, Т. Узянбаев, А. Азнагулов с целью создания новых авторских сочинений. На данный момент кураисты готовят башкирские народные мелодии, среди которых «Дим буйы» («Вдоль реки Дёмы»), «Ҡартҡы кәкүге» («Кукушка на горе Карткы»), «Урал», «Бикташев», «Баик», «1812» У.Мухамедьярова и другие.

Художественный руководитель – заслуженный артист Российской Федерации, Народный артист Башкирской ССР, лауреат Государственной премии имени Салавата Юлаева, кавалер ордена Салавата Юлаева, кураист-виртуоз Аиткулов Азат Миннигалеевич.

Первое выступление коллектива состоялось 31 августа в Ледовом Дворце к 450-летию города Уфы. 11 октября ко Дню Республики Башкортостан пройдёт концерт-презентация Государственного ансамбля кураистов республики в Государственном концертном зале «Башкортостан».