• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Башҡорт йырҙары, илаһи ҡурай моңо яңғыраны Няганда

Башҡорт йырҙары, илаһи ҡурай моңо яңғыраны Няганда

Һәр йыл һайын төрлө тарафтарҙа шаулап – гөрләп үткән һабантуйҙарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡтар.

Башҡорт эстрадаһының бер төркөм артистары филармонияның гастролдәр бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Сәғит ҡыҙы Ҡалмырҙина етәкселегендә Төмән өлкәһе Ханты – Мансы автоном округы – Юграның Нягань ҡалаһында һабантуйҙа сығыш яһап ҡайттылар.

Нягань – нефтселәр ҡалаһы. Башҡортостандың төрлө райондарынан бында килеп төпләнеп йәшәүселәр бик күп. Йыраҡ себер яҡтарын төйәк иткән яҡташтарыбыҙ Няганда Башҡорт ҡоролтайын ойоштороп, бик күп эштәр башҡара. Ҡала хаҡимиәте башлығы Иван Ямашев Өфөлә Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Ҡала хаҡимиәтенең һәм урындағы Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының рәсми саҡырыуын Башҡорт дәүләт филармонияһы етәкселеге ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул итте. Башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары – Башҡортостандың халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Элмира Юлдашева, йәш йырсылар Гөлнур МансуроваИлдар Абдуллиндар ихлас сығыштары менән урындағы башҡорт — татар халҡының милли байрамын йәмләнеләр, милләттәштеребеҙгә тыуған Башҡортостандан ҡайнар сәләм, изге теләктәр еткерҙеләр. Күрше Татарстандан килгән артистар менән аралаштылар, һабантуйҙағы милли уйындарҙа, бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнаштылар.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының спорт буйынса кәңәшсеһе Рөстәм Марат улы Әхмәдинуров Нягань халҡын Һабантуй һәм Ҡорбан байрам менән ҡотланы, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.

✍: Әлфиә Ғимаҙиева

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»