• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Башҡорт теле көнөндә "Мега" сауҙа үҙәгендә ҙур концерт

Башҡорт теле көнөндә «Мега» сауҙа үҙәгендә ҙур концерт

Был аҙнала, 14 декабрҙә шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ул башҡорт телен һәм милли башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә. Һәм был байрам уңайынан республикала бик күп кенә матур, ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар уҙғарыласаҡ. Шуларҙың береһен Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығыХалыҡтар дуҫлығы йорто һәм беҙҙең Башҡорт дәүләт филармонияһы ла ойоштора.
☝14 декабрь, 19.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем “МЕГА” сауҙа үҙәгендә «МИН ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТУҒАН ТЕЛЕМ» тип аталған ҙур концерт программаһы үтәсәк. Концертта эстрадабыҙҙың танылған, тамашасы яратҡан артистары: Азат БиксуринЛилиә ИшемйәроваСалауат МөхәмәтйәровИлдар АбдуллинРәфис СирусинТимур Рамаҙанов сығыш яһаясаҡ.

Шулай уҡ, талантлы йәш йырсы Наҙгөл Отузова, “Тамыр” вокал ансамбле, «Бишбармаҡ» оркестры сығыштары ла көтөлә.

🎤 Алып барыусылар: Зилиә Сәфиуллина һәм Салауат Мөхәмәтйәров

Артистарыбыҙ башҡорт теленең бар гүзәллеген йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр аша һеҙҙең күңелегеҙгә еткерәсәк, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ. Шуға күрә рәхим итегеҙ! Тыуған телгә дан йырлаған, һөйөү, ғорурлыҡ тәрбиәләгән концерттан ситтә ҡалмағыҙ!

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ОЙОШМАҺЫ