• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Башҡортостан Филармониялары фестивале старт алды!

Башҡортостан Филармониялары фестивале старт алды!

💫 Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында 85-се юбилей ижад миҙгелен асыуға арналған Филармониялар фестивале старт алды! Һәм Учалы филармонияһы коллективына был фестивалде асыу бәхете тейҙе!

🗯 «Башҡортостан Филармониялары фестиваленең идеяһы бик текә, беҙ уны ныҡ итеп хуплайбыҙ. Сөнки беҙ бында үҙебеҙҙең коллегаларыбыҙ менән осрашабыҙ, аралашабыҙ һәм шулай уҡ иң мөһиме Өфө ҡалаһында йәшәгән яҡташтарыбыҙ, беҙҙең тоғро, яратып өлгөргән тамашасыларыбыҙ менән осрашыу мөмкинселеген бирә был фестиваль.
🗯 Беҙҙең Учалы филармонияһының программаһына килгәндә, беҙ үҙебеҙҙең сығышыбыҙға бик ныҡ етди, оҙаҡ, матур ғына итеп әҙерләндек, сөнки күптән Өфө ҡалаһы тамашасылары менән осрашҡаныбыҙ юҡ ине. Һәм инде беҙҙең сығышыбыҙ бөтә тамашасыларға оҡшағандыр тип ышанғы килә.
🗯 Беҙҙең Башҡортостан Республикаһының Төп филармонияһына матур юбилейлы ижад миҙгелде асыу менән бөтә Учалы филармонияһы исеменән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа аҡ бәхеттәр, шатлыҡтар, яңынан-яңы матур проекттар, ижади уңыштар теләйбеҙ, «- тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты Учалы ҡалаһы филармонияһы директоры Әлмир Миңлеәхмәт улы!

💥 Ҡәҙерле тамашасылар, бөгөн 4 октябрь — Стәрлетамаҡ ҡалаһы филармонияһы сығыш яһаясаҡ! Улар «Урал легендалары» мюзиклын әҙерләй! Бөтәгеҙҙе лә көтөп ҡалабыҙ!
💳Билеттар: https://ufa.kassy.ru/events/koncerty-i-shou/2-18567/h..

✨ Ә Учалы филармонияның «Йөрәктәрҙе моңға сорнап» тип аталған сағыу тамаша бер тында үтте!
📸 Фотолар: Ләйсән Минниханова!

#фестивальФилармонийБашкортостана #85йюбилейныйсезонБГФ #БашҡортостанФилармонияларыФестивале #85сеЮбилейИжадМиҙгеле