• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Башҡортостан Филармониялары фестиваленең 2 көнө!

Башҡортостан Филармониялары фестиваленең 2 көнө!

🎶 4 октябрь — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистары сығыш яһаны! Улар һоҡландырғыс өр-яңы форматтағы “Урал легендалары” мюзиклын күрһәтте!

⛰✨ «Урал легендалары» — ул мөхәббәт, изгелек, намыҫлыҡ, дуҫлыҡ, тыуған еребеҙҙе, тирә-яҡ мөхитте хөрмәт итеү хаҡындағы тарих!..

🗯 «Беҙ Башҡортостан Республикаһының биш филармонияһын берләштергән ҙур фестивалгә ҙур теләк, ҙур ҡыуаныс менән килдек. Һәм был сараның барлыҡҡа килеүенә беҙ бик шатбыҙ. Сөнки фестиваль — коллегаларбыҙ менән шундай ҙур тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны, улар беҙҙең эште күрә, ә беҙ уларҙыҡын. Әйтергә кәрәк, Республика филармониялары үҙ-ара бик дуҫ, татыу: беҙ йыш ҡына коллегаларыбыҙҙың премьераларына, яңы миҙгелде асыуға һәм ябыуға йөрөйбөҙ, ә фестиваль инде ул тағы ла бер шәп мөмкинлек — аралашыу, яңы идеялар менән алмашыныу, яңы ижади проекттарҙы, ҡыҙыҡлы артистарҙы күреү. Алдағы йылдарҙа ла был Башҡортостан филармониялары фестивале дауам ителер тигән ышаныста ҡалабыҙ», -тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты Стәрлетамаҡ филармонияның художество етәксеһе Лира Әнүәр ҡыҙы!

🎶 Эпик мюзиклда 60-тан күберәк артист ҡатнашты, уны булдырыу өҫтөндә оҫта белгестәр эшләгән. Тамаша залы декорациялар менән биҙәлде, сағыу костюмдар ҡулланылды.

📸Фотограф: Ләйсән Минниханова!

#фестивальФилармонийБашкортостана #85йюбилейныйсезонБГФ
#БашҡортостанФилармонияларыФестивале #85сеЮбилейИжадМиҙгеле