• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости «Дуҫлыҡ күпере» нығынһын

«Дуҫлыҡ күпере» нығынһын

Башҡорт дәүләт филармонияның ҙур залында 1 февраль Ишембай һәм Күгәрсен райондары таланттары әҙерләгән «Дуҫлыҡ күпере» исемле ҙур концерт үтте!

Бер нисә быуын тамашасыларының яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Күгәрсен районы егете, хәҙерге көндә Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайы директоры, «Дуҫлыҡ күпере» проектының авторы Ғәзим Ильясов ойошторған концерт матур мәҙәни сара булды.

Күгәрсен һәм Ишембай райондары халҡыбыҙға күренекле фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, хөкүмәт етәкселәре биргән төбәктәр булараҡ билдәле. Күгәрсен районынан Башҡортостандың беренсе наркомы Шәһит Хоҙайбирҙин, Республикабыҙҙа беренсе Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, башҡорт халҡының аҫыл улы, ғорурлығы, Рәсәй сәйәсәтендә оҙаҡ йылдар төплө, аҡыллы сәйәсмән, Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов.
Ишембай районынан да арҙаҡлы шәхестәр бихисап: Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусы Әхмәтзәки Вәлиди, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин һәм бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров.

Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 7 февралдә 90 йыл була. Ошо уңайҙан Башҡортсотан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда Мортаза Ғөбәйҙулла улының юбилейына арнап республикабыҙҙа мәҙәни саралар ойоштороу тураһында указ сығарҙы.
«Дуҫлыҡ күпере» концерты Мортаза Ғөбәйҙулла улының 90 йыллығына бағышланды.

Ике райондың талантлы артистары — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Нәғим Нуриманов, Ғәлим Кинйәбулатов, Ришат Бәҙретдинов, Радик Ғәлимйәнов һәм Ләйсән Мәүлетҡолова, Рәфис Ишбаев, Елена, Фәрүәз Миңнебаевтар, Айбулат Ишморатов, Хәйҙәр Нәҙершин, Регина Төхвәтуллина, Шамил Вәлиев, Илүзә, Илгиз Ниғәмәтуллиндар халыҡ йырҙары, заманса популяр көйҙәр, бейеүҙәр, баян, ҡурай моңо аша күңелдәргә дуҫлыҡ күпере һалдылар.

Күгәрсен районы егете, Салауат драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мирас Йомағужин һәм Ишембай ҡыҙы, концерттың сценарий авторы Розалия Әхмәтйәнова данлы яҡташтары тураһында һөйләнеләр, оҫта итеп концерт программаһын алып барҙылар.

Республикала киң билдәле «Берғамыт» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле (етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтйәнов) халыҡсан, рухлы бейеүҙәре менән концерт программаһына йәм, дәрт өҫтәне. «Берғамыт» бейеүселәре башҡарыуында «Сыбай ҡашҡа», «Ауылым йәштәре» бейеүҙәрен тамашасылар дәррәү алҡыштар менән оҙатты.

Концерттың махсус ҡунағы – Ишембай егете, танылған ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы эстрадаһының художество етәксеһе Илнур Хәйруллин яҡташтары концертында илһамланып ҡурайҙа уйнаны.

Халыҡ йырҙарын, заманса көйҙәрҙе лә берҙәй оҫта башҡарыусы Гәзим Ильясов сығышын тамашасы һәр саҡ көтөп ала. Был юлы ла Ғәзимде ихлас алҡыштар менән ҡаршы алды яратҡан тамашасылары.

Ике ҙур башҡорт ырыуҙары – юрматы һәм ҡыпсаҡ башҡорттарының талантлы вәкилдәре башҡалаға алып килгән тәрән эстәлекле концерт программаһы өфөлөләргә бик оҡшаны.

«Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың аҫыл ире, оло хөрмәткә, данға, ысын халыҡ һөйөүенә лайыҡ булған һоҡланғыс етәксе, Ил ағаһы Мортаза Ғөбәйҙулла улының юбилей йылында «дуҫлыҡ күперҙәре» беҙҙән артабан юл алып, башҡа райондар ҙа үҙ – ара берләшеп, беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың 90 – йыллығына бағышланһын ине», — тигән теләк белдерҙеләр концертта ҡатнашыусылар.

Эйе, шулай булһын, дуҫлыҡ, туғанлыҡ күперҙәре емерелмәһен, төрлө милләт халыҡтары татыу, берҙәм ғаилә булып йәшәгән республикабыҙҙа тик дуҫлыҡ, шатлыҡ, бәхет йырҙары яңғыраһын!

✍️: Әлфиә Ғимадеева
📸: Ләйсән Миңлеханова

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»
Районный Дворец культуры с. Мраково