• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Филармония артистары Мәскәү һабантуйында сығыш яһаны

Филармония артистары Мәскәү һабантуйында сығыш яһаны

Һәр йыл һайын төрлө тарафтарҙа шаулап – гөрләп үткән һабантуйҙарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡтар.
Беҙҙең талантлы артистарыбыҙ башҡорт — татар халҡының милли байрамын йәмләнеләр, милләттәштеребеҙгә тыуған Башҡортостандан ҡайнар сәләм, изге теләктәр еткерҙеләр. Күрше Татарстандан килгән артистар менән дә аралаштылар, һабантуйҙағы милли уйындарҙа, бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнаштылар. Концерт Мәскәүҙәргә шул тиклем оҡшаны, һәр сығышты улар яратып ҡабул итте, бергә ҡушылып йырланы, көслө алҡыштар менән оҙатты һәм йыл һайын һабан байрамына килеүҙәрен һораны.

Яҡшы сығыш яһаған кеүек, юлдан һуң артистарыбыҙға яҡшы ял теләйбеҙ!

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»