• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Халыҡ йырҙары иғтибар көтә
Халыҡ йырҙары иғтибар көтә

Халыҡ йырҙары иғтибар көтә

Был – донъялыҡта атҡарырға тейешле яуаплылыҡ.

Уны беҙ етди, профессиональ йырсы булараҡ беләбеҙ. Халыҡ йырҙарын да, эстрада моңдарын да, нескә лириканы ла айырыуса бер уйсанлыҡ, төплөлөк һәм ирҙәрсә тәрәнлек менән башҡара. Сәхнәлә үҙ йөҙө, стиле бар, тауышын башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел. Көр, “ҡуйы” күкрәк тауышы менән ағыла икән йыр, был – Рөстәм Шаһыбалов. Ул халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша: “Ирәндек моңдары”, “Дуҫлыҡ моңо-2002”, “Оҙон көй” фестиваль-конкурстарында Гран-приға һәм лауреат исеменә лайыҡ булды. Өсөнсө Бөтә Рәсәй йәштәр “Дельфий уйындары” ярышында – I дәрәжә лауреаты исемен, БДБ илдәренең йәштәр “Дельфий уйындары”нда бронза миҙал яуланы. Бөгөн ул – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы.

Яңыраҡ филармонияла йырсының бай эстәлекле, матур концерты булды. Ошо уңайҙан уның менән әңгәмәләшеү форсаты сыҡты.

– Рөстәм, һеҙ ошо көндәрҙә тамашасыны яңы концертығыҙ менән һөйөндөрҙөгөҙ.

– Эйе, халыҡ һәм эстрада йырҙарынан төҙөлгән күңелле, бай йөкмәткеле программа тәҡдим иттем. Яңы көйҙәр ҙә етәрлек булды, билдәле булып өлгөргәндәрен дә башҡарҙым, әлбиттә, халыҡ йыр­ҙарына ла урын бирелде. Ижадымды үҙ итеүселәргә матур ял кисәһе ойошторғанмындыр, тип ышанам.

 

– Һеҙҙе йырсы иткән сә­бәптәр хаҡында һөйләшкәндә, уларҙың береһе – һәләт, ҡалғандары?..

– Йыр-моңға һөйөүҙе миңә атай-әсәйем һалды. Әсәйем Рәйлә Шаһыбалова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булһа ла, һәүәҫкәр йырсы ине, шиғырҙар яҙҙы, концерттар алып барҙы. Шундай илһамлы, хисле, ижад эсендә ҡайнап йәшәгән шәхес ине ул. Атайым Садиҡ Шаһыбалов – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы. Бәләкәйҙән уның баянда уйнап йырлағаны хәтеремә ғәҙәти һәм матур күренеш булып һеңеп ҡалған. Сәнғәткә табынып йәшәгән кешеләр мөхитендә үҫеүем ошо донъяны яҡын итеүемә сәбәп­селер ҙә инде. Үҙемде белә-белгәндән алып мәктәп һәм ауыл, район тормошондағы төрлө мәҙәни сараларҙы йыр менән биҙәнем. Атайым башҡарыу нескәлектәренә өйрәтте, йырҙар тарихын һөйләне, дөйөм әйткәндә, был сәнғәт төрөнә хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләне. Ағайым Рушан да моңло, әммә ул икенсе юлды һайланы.

 

– Профессиональ йырсы булыр өсөн ошо өлкәнең махсус белеме мөһимме, әллә моң үҙе генә барыһын да хәл итә аламы?

– Белем мотлаҡ кәрәк. Уҡыу бит ул – сәнғәт донъяһын фәнни өйрәнеү генә түгел, ә үҙ тауышыңа идара итә белеү һәм башҡа төрлө бик күп серҙәр буйынса уҡытыусы һабағын алыу ҙа. Мәҫәлән, мин училищела Вәхит Хызыров, сәнғәт академияһында Миләүшә Мортазина кеүек таланттар ҡулында “әүәләндем”. Был мәктәпте бер ниндәй хаҡ менән дә баһалап бөтөп булмайҙыр.

Өҫтәүенә, һөнәрле булыу ул сәхнәнән тыш мөмкинлектәр ҙә бирә. Мәҫәлән, хеҙмәт юлымды “Йәшел сауҡалыҡ” шифахана­һында мәҙәниәт буйынса ойоштороусы булып башланым. Унан “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә йырлап йөрөнөм. Артабан Вилдан Яруллин менән хеҙмәттәшлек иттем. Тәжрибә туплағас, филармония сәхнәһенә аяҡ баҫырға йөрьәт иттем.

 

– Һеҙ халыҡ йыр­ҙарына өҫтөнлөк бирә­һегеҙ…

– Дөрөҫөрәк әйткәндә, халыҡ йырҙарын профессиональ кимәлдә башҡара беләм. Башта уҡытыусыларым классикаға йәлеп итеп тә ҡарағайны, әммә күңелем халыҡ йырҙарына нығыраҡ тартылды, һәм мин ошо өлкәне һайланым.

Эйе, бөгөн халыҡ йырҙары менән тулы зал йыйып булмай, әммә һәр концертта халыҡ йырҙарына урын бирелергә тейеш. Был бит беҙҙең рухи мираҫ һәм мәҙәни күрһәткес. Уның тейешле кимәл биләүе – намыҫ эше генә лә түгел, ә ҡанун һымағыраҡ билдәләнергә бурыслы. Халыҡ үҙ вәкилдәре ижады менән таныш булырға, уны ишетеп, тыңлап өйрәнергә тейеш. Ололар ғына түгел, йәш быуын да йырҙарҙы танып белһен. Телде, тарихты һаҡлаған һымаҡ уҡ, халыҡ йырҙарының да рухи ҡомартҡы икәнен онотмаһаҡ ине.

Әйтеүселәр бар ул, халыҡ йырҙарын башҡарыуға һәләтеңде, ваҡытыңды әрәм иткәнсе, эстрадаға ғына күсеп китһәңсе, тип. Мин иһә быға үҙемдең миссиям, донъялыҡта атҡарырға тейеш бер яуаплылығым тип ҡарайым. Һәр беребеҙ шоу-бизнес юлына баҫһа, йырҙарҙы үҙгәртеп, борғолап, заманлаштырып бөтһә, киләсәк быуындарға халыҡ йырының нимә икәнен кем һөйләр? Маҡсатым – халыҡ йырҙарын күберәк интернет селтәрендә таратыу. Хатта концерттарҙа сығып башҡармағанда ла, йырҙарымды интернетҡа һалып барам. Кемдер күңел өсөн тыңлар, кемдер кәрәгенә тотонор, уҡытыусылар дәрестәрҙә ҡулланыр, һәр хәлдә, халыҡ йырын эҙләгәндәр уны табыр. Уларға шундай мөмкинлек булһын, был байлыҡ архивта ҡалһын.

 

– Эстрада йырын нисек һай­лайһығыҙ? Популяр йыр ҡиммәткә төшәме?

– Әгәр һин үҙеңде һәм тыңлау­сыларыңды хөрмәт итһәң, йырҙы бик ентекле һайлайһың. Бөгөн йыр яҙыусылар күп, элекке һымаҡ профессиональ композиторҙарға ғына мөрәжәғәт итмәйбеҙ. Әммә йыр менән йыр араһында айырма барлығын да беләбеҙ. Шуға ла иң башта шиғырҙың эстәлеге, уның әҙәби нормаларға ярашлы булыуы, мәғәнәһе ҙур роль уйнай. Унан көй үҙенсәлеге, тауышыңа, холҡоңа, асылыңа тура килеүе ҡарала.

Сер түгел, яҡшы йыр бик ҡиммәткә төшә. Сей генә йырҙы һатып алып, уны эшләп-эшкәртеп, популярлаштырып, рекламалап һәм башҡа ысулдар менән “етлектереп”, халыҡҡа тәҡдим итеү түңәрәк кенә суммаға барып баҫа. Йыр өлкәһе лә бөгөн бизнесҡа әүерелде, тик сифаты түбәнәйҙе. Мин бер нисә һыналған автор менән генә эшләйем. Мәҫәлән, һуңғы йырҙарым Рәдиф Зарипов менән берлектә ижад ителгән.

Бар ул, әлбиттә, йырҙарын бушлай тәҡдим итеүселәр ҙә, йырланһын өсөн генә тип риза булыусылар ҙа. Тик бит эш унда түгел, ә йырҙы башҡарыусы булараҡ – һин, тыңлаусы булараҡ тамашасы ҡабул итеүендә. Ғүмерһеҙ йырҙар менән ваҡыт үткәрә торған сағым артта ҡалды инде, ә ул мәл миндә лә булды…

 

– Йырсы булараҡ, сәхнә донъяһында һеҙҙе нимәләр борсой?

– Йырҙың бәҫе төшөүе, сифатһыҙ, мәғәнәһеҙ йырҙар башҡарылыуы, йыр сәнғәтен контролдә тотҡан органдарҙың булмауы. Халыҡ йырҙарының рәсми сараларҙа, дәүләт концерттарында, ҡалалар, республикалар кимәлендәге байрамдарҙа үҙәктә булмауы, үкенескә ҡаршы, һуңғы ваҡытта бөтөнләй төшөрөп ҡалдырылыуы. Дәүләт учреждениеларында эшләгән профессиональ йырсыларҙы модалы йырсыларға алмаштырыуҙың хаттин ашыуы. Шул арҡала халыҡтың йыр сәнғәтенә ҡарата талабының юғалыуы һәм башҡалар… Ә иң киҫкен мәсьәлә шунда: халыҡ йырҙары иғтибар көтә.

 

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.