• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости «Ике аҡҡош» конкурсының финалы шаулап-гөрләп үтте

«Ике аҡҡош» конкурсының финалы шаулап-гөрләп үтте

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ике аҡҡош» конкурсының финалы үтте. Гала-концерт Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижадына арналды. Гала-концертта Башҡортостан Республикаһының төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан йыйылған йыр-моң һөйөүселәр тәбрикләнде. Һәм шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, быйыл был проектҡа 10 йыл! Юбилей!
🗯»Ике аҡҡош» — Фәриҙәнеке һәм Бәхти Ғайсиндыҡы! Уларҙың сәнғәткә һөйөүе, халыҡ хәтерендә мәңгелек таланты! Тап уларҙың сәнғәте «Ике аҡҡош» музыкаль конкурсын ойоштороуға илһамландырылған. Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Ауырғазы һәм Шишмә райондары хакимиәттәре булышлығында Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы. Шулай уҡ быйыл ойоштороусылар иҫәбенә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ла инде, ойоштороу йәһәтенән матди ярҙам да күрһәтелде.

🎶 Йыр конкурсының маҡсаты — республикала билдәле сәнғәт әһелдәренең рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу, халыҡтар дуҫлығын нығытыу. Жюри ағзалары конкурсанттарҙы төрлө номинацияларҙа баһалап, яңы таланттар аса. Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижадына һәм тормош юлына арналған мәҙәни сарала балалар ҙа, өлкәндәр ҙә сығыш яһай ала.

Тәүҙә филармонияның колонна залында конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте, һуңынан ҙур залда билдәле йырсылар ҡатнашлығында матур концерт ойошторолдо. Концерт программала башҡорт һәм татар эстрадаһының билдәле йондоҙҙары — Айҙар Ғәлимов, Нәзифә Ҡадырова, Ғәли АлтынбаевЛилиә Ишемйәрова, Хәлит Фәтихов, Рөстәм Гандалипов, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар, Айгөл Һағынбаева һәм башҡалар сығыш яһаны.

☝Шулай уҡ бөгөнгө мәртәбәле сарала хөрмәтле рәсми ҡунаҡтар ҙа булды: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Хайривариевич Сәғитов, БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Михайловна Лапшина, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы Ялсыҡаева. Ә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары Илдар Ирек улы Ғильметдиновтан һәм Рима Әмир ҡыҙы Үтәшеванан видеоҡотлау килеп етте.

👏 Ә инде «Ике аҡҡош»тың быйылғы еңеүселәре тип Шишмә районынан мәҙәниәт йортоноң «Ләйсән» ҡатын-ҡыҙҙар халыҡ вокаль ансамбле! Бөтә еңеүселәрҙе лә ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Сараға килеүсе мәртәбәле ҡунаҡтарға, тамашасыларға — ҙур рәхмәт, ә был матур сараны ойоштороусыларға — афарин тип әйтергә генә ҡала!

✍: Наҙгөл Сәлихова
📸: Ләйсән Минниханова!

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»