• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости «Йөрәк тауышым – йырҙарымда..»

«Йөрәк тауышым – йырҙарымда..»

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Башҡортостандың, Татарстандың атҡаҙанған артисы Айгөл Һағынбаеваның ижадына 20 йыл тулыуға арналған «Йөрәк тауышым – йырҙарымда» тип аталған концерты үтте!
Моңло тауышлы Айгөл Һағынбаеваның ижадын үҙ иткән тамашасылары бар. Кисәлә улар Айгөлдөң барлыҡ йырҙарын, хәтирәләрен ихлас алҡыштарға күмеп тыңланы.

Бәләкәйҙән йырсы булырға хыялланған Айгөл. Ул өләсәһе Ғилминура инәйҙең халыҡ йырҙарын тыңлап үҫкән. Отҡор ҡыҙ йырҙарҙы тиҙ арала отоп алып йырлай башлаған. Зәңгәр экрандан йырсыларҙы тыңлап, уларға ҡушылып йырлаған, хатта телевизорға инеп йырларға тип, өләсәһенән ишеген дә эҙләтеп аптыратҡан. Ошондай яҡты балалыҡ хәтирәләре менән бүлешеп, Айгөл үҙенең тормошо, ижад юлы менән таныштырҙы. Бала саҡтан яратып йырлаған башҡорт халыҡ йыры «Байсауыл” ды башҡарҙы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яҙмышын бәйән иткән «Зөлхизә», «Мирфәйзә» башҡорт халыҡ йырҙары ла аһәңле яңғыраны.

Бәләкәйҙән халыҡ моңона, башҡорт мәҙәниәтенә оло һөйөү менән тәрбиәләнгән Айгөл үҙенең тамырҙарын онотмай, башҡорт йырына, рухына тоғро булып ҡала. Халыҡ йырҙарын башҡарыусы йырсы булараҡ, уның сәхнә образы ла ипле, сабыр, илтифатлы башҡорт ҡатын — ҡыҙҙарын кәүҙәләндерә.
Ике тиҫтә йылдар осоронда Айгөл Һағынбаеваның ижад юлы көтөлмәгән боролоштар яһаған. Татарстан Республикаһында вокал буйынса юғары белем алып, профессионал ижад юлын сит ерҙәрҙә башларға, татар телен өйрәнергә лә тура килгән уға. Күрше республикала Айгөлдөң моңло тауышын, йырҙарын бик яраталар, үҙ итеп ҡабул итәләр. Татарстанда ижад иткән осорҙа йырсы ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап, тамашасыларҙың күңелен яулай, киң танылыу ала, бихисап халыҡ-ара конкурстарҙа еңеп сыға. Концертта репертуарынан татар халыҡ йырҙары «Гөлъямал», «Аҫылйәр», композиторҙар ижад иткән, Айгөл башҡарыуында хиттарға әйләнгән «Тыуған яҡ», «Йырҙарыңа төрөп ярат», «Ҡайҙа булдың икән иртәрәк?» һәм башҡа йырҙарын да йырлап ишеттерҙе.

Әйткәндәй, талантлы йырсының моңло тауышы бынан тап егерме йыл элек Татарстандан радио тулҡындары аша тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайтты ла инде. Айгөлдөң «Юлдаш» каналынан яңғыраған «Бер ҡайтырмын әле тыуған яҡҡа» («Тыуған яҡ» Илдар Тимерғәлин көйө, Илгиз Зарипов һүҙҙәре) тигән йыры радио тыңлаусыларҙың иң нескә күңел ҡылдарын тирбәтте, йыраҡтағы талантлы башҡорт ҡыҙына оло һөйөү уттары ҡабындырҙы.

Концертта яңғыраған «Көйәнтәле ҡыҙ сағым», «Ысын һөйөү», «Мәңгелек хис», «Тормош балҡышы» «Мине юлдар саҡыра» һәм башҡалар Айгөлдөң эстрада йырҙарын да халыҡ көйҙәрен дә берҙәй ҙур оҫталыҡ менән башҡарған, бай репертуарлы, киң палитралы ижадсы икәнлеген тағы ла раҫланы. Айгөлдөң йәш йырсылар Рәфис Сирусин, Тимур Рамаҙанов менән бергәләп йырлауы ижад кисәһенең күркәм асышы булды.
Концертҡа Ҡазан ҡалаһынан йырсының ижадташ дуҫтары — баянсылар Татарстандың атҡаҙанған артисы Ринат Вәлиев, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Руслан Мөхәмәдиев килде. Айгөлдөң йырҙарын баян моңдары менән байытып, ижад кисәһен йәмләне улар.

Айгөл Һағынбаеваның тормош юлдашы, билдәле композитор Шамил Шәрипов менән булдырған ижади тандемы иһә айырым иғтибарға лайыҡ. Композиторҙың бихисап әҫәрҙәре йырсының репертуарында лайыҡлы урын алған һәм халыҡ араһында күптән танылған, киң популярлыҡ яулаған. Композиторҙың йырҙары был матур кистә лә яңғыраны. Тамашасылар Шамил Шәрипов ижад иткән «Ҡайтырһығыҙмы, аҡҡоштар?!» «Ҡыр ҡаҙҙары» «Йән йылыһы» һәм башҡа йырҙарын бик яратып ҡабул иттеләр.

«Йөрәк тауышым – йырҙарымда» тип аталған концерттың сценарий авторы Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гүзәлиә Балтабаева, ҡуйыусы режисеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Бай эстәлекле концерт программаһы һоҡланғыс тауышы, тырышлығы, зауыҡлы булмышы менән айырылып торған, үҙенә генә хас башҡарыу стиле булған талантлы йырсы Айгөл Һағынбаевның сираттағы сағыу балҡышы булды.

✍️: Әлфиә Ғимаҙиева
📸: Ләйсән Минниханова

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»
«ЮЛДАШ» радиоһы 105.5 Fм
«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»
КУРАЙ-ТВ
«ЙӘШЛЕК» гәзите — газета «ЙЭШЛЕК»

#БашҡортДәүләтФилармонияһы #85сеЮбилейСезоны #АйгөлҺағынбаеваКонцерты #20йылИжадына