• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Йәшәү мәғәнәһе - йәшәүҙә!

Йәшәү мәғәнәһе — йәшәүҙә!

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында 21 февраль «Йәшә!» тип аталған өр-яңы концерт премьераһы ҙур уңыш менән үтте!

Тормошҡа, мөхәббәткә, йәшлек дәүеренә, ғаиләгә, әсәйҙәргә, балалыҡҡа, тыуған яҡҡа арналған йырҙар, шиғырҙар, көйҙәр аша «Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?» тигән фәлсәфәүи һорауға яуап бирәләр концертта ҡатнашҡан башҡорт эстрадаһының танылған артистары.

Үҙенсәлекле, тәрән мәғәнә һалынған концерт программаһында сәнғәтебеҙҙең сағыу йондоҙҙары — Артур Туҡтағолов, Минзифа Исҡужина, Лилиә Ишемйәрова, Азат Биксурин, Айгөл Һағынбаева, Искәндәр Ғәзизов, Заһир Иҫәнсурин, Тимур Рамаҙанов, Евгения Цыпина, Рәмил Мостафин, Алмас Сирусин, Илдар Абдуллин, Салауат Хәлилов, Венер Сәйфетдинов, Аурика Уршеева, Светлана Атанғолова, Гөлнур Мансурова, Гөлназ Ильясова, Сабина Дадашовалар ҡатнашты. Концертты Зилиә Сафиуллина алып барҙы.

☝️Концерттың режиссеры — Зиннур Сөләймәнов, сценарий авторы — Зилә Ғәлләмова.

Йырлап, йылмайып йәшә, ауырлыҡтар алдында бирешмә, тормоштоң ҡәҙерен белеп, рәхмәтле булып, ата-әсәң тәрбиәһен, тыуған ил хәстәрен, терәк булған туғандарың, дуҫтарың ярҙамын онотмай «Йәшә!» тип мөрәжәғәт иттеләр тамашасыға был кистә артистар.

Йәшәйештең серҙәренә, кеше тормошоноң төрлө миҙгелдәренә байҡау яһаған, йәшәү мәғәнәһен билдәләгән концерт программаһында ҡатнашҡан йырсыларҙың, бейеүселәрҙең, музыканттарҙың һәр сығышын дәррәү алҡыштар менән оҙатты тамашасы.

Йәшәү асылы, уның мәғәнәһе – йәшәүҙә тигән хәҡиҡәтте асҡан эстәлекле концерт программаһы менән был ижади төркөм артабан республикабыҙ райондары, ҡалалары буйлап гастролдәргә юлланасаҡ. Уңыштар, тамашасының ихлас алҡыштары юлдаш булһын уларға!

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»