• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости «ЯҘ ИЛСЕҺЕ» моңо яңғыраны тыуған төйәгендә

«ЯҘ ИЛСЕҺЕ» моңо яңғыраны тыуған төйәгендә

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 8 февралдә 85 юбилей ижад миҙгеленең тағы бер тарихи, сағыу, эстәлекле сараһы – мәшһүр композитор Шамил Ҡолбарисов тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Яҙ илсеһе» тигән кисә үтте!

🎶 Композитор, йырсы, режиссер, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шамил Ҡолбарисов халҡына, тыуған иле Башҡортостанға һоҡланғыс бай музыкаль мираҫ ҡалдырған. Моң кисәһендә композиторҙың иҫтәлекле ваҡиғалар тулы тормошона, бай ижадына байҡау яһалды, мәңгегә халыҡ күңелендә һаҡланған йырҙары яңғыраны.

Дәһшәтле һуғыш юлдарын үткән яугир фронттан ҡайтҡас Мәскәү консерваторияһын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлай. Театрҙа ул рухланып ижад итә: операларҙа йырлай, режиссер булараҡ спектаклдәр ҡуя, йырҙар яҙа.

🎵 Концертта Шамил Ҡолбарисов башҡарыуында «Аҡбуҙат» операһынан Һәүбән арияһының аудиояҙмаһы яңғырауы шундай тулҡынландырғыс булды, хәтирәләрҙе яңыртты, хисләндерҙе.
Башҡорт академия драма театрында эшләгән осорҙа ла бик һөҙөмтәле, емешле ижад итә композитор. 40-тан ашыу спектаклгә музыка һәм йырҙар яҙа. Ҡолбарисовтың драматургтар Рафаэль Сафин, Әнғәм Атнабаев менән ижад ителгән «Йәнбикә», «Тыуған ил киңлектәренә» тигән популяр йырҙары Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, талантлы йәш йырсы Рәфис Сирусин башҡарыуында бик хисле яңғыраны, күңел түрҙәренә үтеп инде.

Башҡортостан Республикаһының Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм баш дирижеры Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Алһыу Хәсбиуллина) Ҡолбарисов эшкәртеүендә башҡорт халыҡ йыры «Ерән ҡашҡа»ны башҡарҙы.

Хор капеллаһы менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамир Тайыпов һәм Гүзәл Хафизова, Илгиз Фазыловтар йырлаған «Көҙгө юлдар», «Ҡырҙар йыры», «Яҙ килә» көйҙәрен тамашасы яратып ҡабул итте.

ФЕСТА вокаль төркөмө солистары башҡарыуында композиторҙың «Аҡ ҡайындар», «Һалҡын шишмә», «Өфөм, гүзәл Өфөм» йырҙары заманса яңғыраны.

ТАМЫР телерадиостудияһының балалар вокаль ансамбле композиторҙың «Ҡайттыҡ тыуған яҡҡа» йыры менән концертҡа йәм өҫтәне.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Заһир ҡыҙы Исмәғилева Шамил Зөфәр улы Ҡолбарисовтың күп яҡлы ижады тураһында һөйләне.
Композиторҙың патриотик рухлы, тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ хистәре менән һуғарылған, яугир дуҫтарына бағышланған «Кемдәрегеҙ иҫән, яуҙаштарым», «Матросов тураһында йыр» тигән әҫәрҙәрен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Шәрипов, Фәдис Бәҙретдинов хор капеллаһы менән йырланылар.

Кисәлә видеобәйләнеш аша композиторҙың Австрияла йәшәүсе ҡыҙы Айһылыу ҡатнашты. Ул атаһы тураһында яҡты иҫтәлектәрен һөйләне, органда атаһының үлемһеҙ «Йәнбикә» көйөн уйнап ишеттерҙе.

☝️Моң һәм хәтер кисәһенең ҡунағы – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Шамил Ҡолбарисов менән бер осорҙа опера театрында эшләгән Зөлфирә Фәрхетдинова композиторҙың «Яратам, яратам» тигән йырын башҡарҙы.

Башҡорт эстрадаһы легендаһы, Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Нәзифә Ҡадырова композитор менән филармонияла эшләгән йылдары тураһында һөйләне. Шамил Зөфәрович яңы ғына яҙған «Үтте был матур көн» йырын йәш йырсыға бирә. Нәзифә шундай танылған композитор ышанып тапшырған йырҙы бик тулҡынланып, хисләнеп йырлай. Телевидениелә беренсе видеояҙмаһы ла ошо иҫтәлекле йыр менән яҙылған икән данлы йырсының. Бына инде күп тиҫтә йылдарҙан һуң Шамил Ҡолбарисовтың «Үтте был матур көн» йырын эстрадабыҙ примадоннаһы илһамланып йырланы. Тамашасылар дәррәү алҡыштар бүләк итте йырсыға һәм әлбиттә бөйөк композиторға.

🎤 Тамашаны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Элмира Юлдашева һәм Данил Гуфранов алып барҙы, музыкаль яҡтан баянсылар — Башҡортостандың халыҡ артистары Хәлит Фәтихов, Ғәли Алтынбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рэм Гәрәев һәм Салауат Хәлилов, Башҡортостандың халыҡ артисы, оҫта ҡурайсы Артур Ғайсаров, концертмейстерҙар Камилла Зеленина, Ольга Хәйруллиналар биҙәне.

Концертта шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Шаһыбалов, Заһир Иҫәнсурин, талантлы йырсы Салауат Мөхәмәтйәров, бейеүселәр — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Евгения Цыпина, Татьяна Мутафи, Зарина Ғуфранова, Розалина Йәғәфәрова, Сабина Дадашова ҡатнашты.

☝️Кисәнең режиссеры — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова.

✨Шамил Ҡолбарисовтың үткән быуатта бик популяр булған, тәрән хистәргә бай, нескә тойғолар менән һуғарылған, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәткән моңло йырҙарын бөгөнгө көндә танылған йырсылар менән бер рәттән йәштәр, балалар башҡарыуы бик ҡыуаныслы хәл. Тимәк, композитор әҫәрҙәре йәшәй, уның йырҙары тыуған төйәгендә яңғырай һәм яңғырайасаҡ, халыҡ хәтерендә һаҡланып, быуындан — быуынға тапшырыла киләсәк!

✍️: Әлфиә Ғимадеева
📸: Ләйсән Минниханова

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»
Академическая хоровая капелла РБ им Т САЙФУЛЛИНА
Молодёжная секция Союз композиторов РБ