• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости «ЙЫР КӨСӨ» проекты яңынан сәхнәгә сыҡты!

«ЙЫР КӨСӨ» проекты яңынан сәхнәгә сыҡты!

7 декабрь Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында күп тамашасылар һорауы буйынса республикала айырыуса ҙур уңыш менән барған, эстраданың иң танылған сағыу йондоҙҙарын, йыр әһелдәрен, йәш таланттарҙы, оҫта музыканттарҙы берләштергән «ЙЫР КӨСӨ» концерты яңынан сәхнәгә сыҡты!
☝Был грандиоз проект менән филармонияның күренекле артистары республиканың райондарында, ҡалаларында бик уңышлы сығыш яһап, тамашасыларҙың юғары баһаһын алдылар. Оҫта алымдар менән төҙөлгән бай эстәлекле концерт программаһы тамашасы күңеленә хуш килде, тетрәндерҙе, хисләндерҙе, уйландырҙы.

Был уникаль концерт программаһында артистар йыр аша йырҙың көсө, уның кеше тормошонда тотҡан роле нимәлә тигән фәлсәфәүи һорауҙарға яуап бирәләр.

Халыҡ йырҙарын, композитор әҫәрҙәрен башҡарып, музыка, илаһи ҡурай моңо аша башҡорт йыр сәнғәтенә, милли мәҙәниәтебеҙгә, телебеҙгә, данлы тарихыбыҙға ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләйҙәр!

👏 Бөгөн һәр ваҡыттағыса Башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Хәлит ФәтиховҒәли Алтынбаев, Азат Биксурин, Лилиә Ишемйәрова, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Искәндәр Гәзизов, Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров, Заһир Иҫәнсурин, Тимур РамаҙановФәриҙә Ғаззалова һәм башҡа һеҙ яратҡан йырсылар, төркөмдәр ҡатнашты.

Ижади төркөм – концерттың режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы Миләүшә Ҡаһарманова!

💫 Был уңышлы, сағыу, фәһемле проект артабан да дауам ителер тигән ышаныста ҡалабыҙ! Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ «ЙЫР КӨСӨ — 2» проектын көтәһегеҙме? Кемдәр концертта булды? Комментарийҙа тьәҫораттарығыҙ менән бүлешегеҙ!

📸: Ләйсән Минниханова

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»

#БашҡортДәүләтФилармонияһы #85сеЮбилейСезоны #ЙырКөсө