• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Мөхәббәт иленә сәйәхәт!

Мөхәббәт иленә сәйәхәт!

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында 14 март «Мөхәббәт иле» тип аталған өр-яңы концерт премьераһы ҙур уңыш менән үтте!

Ҡатын – ҡыҙ һәм ир-ат араһындағы мөхәббәткә, тыуған илгә, тормошҡа мөхәббәт, әсәнең ғәзиз балаларына мөхәббәтенә арналған йырҙар, шиғырҙар, көйҙәр, бейеүҙәр аша «Нимә ул Мөхәббәт?» тигән фәлсәфәүи һорауға яуап бирәләр концертта ҡатнашҡан башҡорт эстрадаһының танылған артистары.

Үҙенсәлекле, тәрән мәғәнә һалынған концерт программаһында сәнғәтебеҙҙең сағыу йондоҙҙары — Нәзифә ҠадыроваҒәли АлтынбаевӘлфиә ЮлсуринаХәлит Фәтихов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Артур Ғайсаров, Рөстәм ШаһыбаловЭлмира ЮлдашеваСалауат Мөхәмәтйәров, Илшат Фәтихов, Фәриҙә Ғаззалова, Айтуған Ғәйзуллин, Радмир Исмәғилев, Семен Конторщиков, Альберт Исмаил, Артур Сәғәҙиев, Зарина Ғуфранова, Рөстәм Ғандалипов, Татьяна Мутафи, Гөлназ Ильясовалар ҡатнашты!

Концерттың режиссеры – Редик Ғәниев.

Тамашаның сценарий авторы – Республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова.

Проекттың арт-директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, эстраданың художество етәксеһе Илнур Хәйруллин.

Мөхәббәткә дан йырланған, күңелдәрҙә һөйөү хистәре уятҡан сағыу концерт программаһы менән был ижади төркөм артабан республикабыҙ райондары, ҡалалары буйлап гастролдәргә юлланасаҡ. Уңыштар, тамашасының ихлас алҡыштары юлдаш булһын уларға!

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»