• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости «Минең ғүмерем, минең яҙмышым...»

«Минең ғүмерем, минең яҙмышым…»

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының талантлы йырсыһы Рәфис Сирусин тырыш, әүҙем, емешле ижад итеүсе йырсыларҙың береһе. Ижадының ун биш йыллығын йырсы бишенсе шәхсән концерты менән билдәләне.

29 февраль филармонияның ҙур залында аншлаг менән үткән «Минең ғүмерем, минең яҙмышым…» концерт программаһында Рәфис бай палитралы репертуарының иң популяр йырҙарын йырлап ишеттерҙе. Студент йылдарын, профессиональ сәхнәгә килгән ваҡыттарын иҫкә алды, ижадташ дуҫтары тураһында һөйләне.

Танылған композиторҙар Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәновтар менән ижади бәйләнеш йәш йырсының ижад багажын уларҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре менән тулыландыра. Салауат Низаметдиновтың Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған «Күҙ нурым» йырын йырлап, мәшһүр композитор менән танышыу, артабанғы ижади дуҫлыҡ хәтирәләре менән бүлеште. Рим Хәсәновтың бер нисә быуын йыр һөйөүселәренең яратҡан «Ҡышҡы романс», «Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер» көйҙәренә һәм Рәфистең концерттың беренсе бүлегендә йырлаған йырҙарына филармонияның Эстрада — джаз оркестры уйнаны.

Рәфис Сирусиндың репертуарында халыҡ йырҙары айырым бер урын алып тора. Был кисәлә уның башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры «Абдрахман» бигерәк тә хисле яңғыраны. Бала саҡтан халыҡ йырҙарын тыңлап, йырлап үҫкән Рәфискә олатаһы: «Улым, халыҡ көйҙәрен йырларға өйрәнһәң, башҡа йырҙарҙы ла ҙур оҫталыҡ менән башҡара алырһың», — тип әйтер булған. Ысынлап та, халыҡ көйҙәре Рәфискә донъя классиктары әҫәрҙәренә юл аса. Йырсы ҙур оҫталыҡ менән сит ил йырҙарын, Рәсәй комозиторҙары әҫәрҙәрен итальян, рус телдәрендә йырлап ишеттерҙе.

Йырсының саф мөхәббәт, тоғро дуҫлыҡ, ғаилә, атай – әсәй, туғандар тураһындағы тәрән эстәлекле йырҙарын тамашасы ихлас яратып тыңланы. Композиторҙар Альфред Яҡшымбәтовтың «Был тормошто мин яратам» «Йәшәйексе парлашып», «Сәскәләр», «Улыма», «Ҡош юлдары ерҙә бар икән», «Һинең күҙҙәр», «Дуҫтарға», Наил Шаймарҙановтың «Тәгәрәй донъя тәгәрмәсе», «Буран», «Юлдар» йырҙарына дәррәү алҡыштар бүләк булды.

Баймаҡ районының йыр һөйөүсән, моңло Сирусиндар ғаиләһендә тыуып үҫкән ике бер туған Рәфис һәм Алмас Башҡорт дәүләт филармонияһының талантлы йырсылары. Ағалы — энеле Сирусиндар башҡарыуында Артур Туҡтағолов яҙған «Атай йорто», «Бер туғандар» йырҙары тамашасыға бигерәк оҡшаны.

Рәфистең шәхсән концертында ижадташ дуҫтары: йырсылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлшат Ғирфанова, Айгөл Һағынбаева, Дамир ТайыповАртур Шәрипов һәм Динә ХөсәйеноваАльберт Зәйҙуллин; музыканттар — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Эстрада джаз оркестры (художество етәксеһе Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ҡасимов), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илгиз Юлдашбаев һәм Рәмис Хәкимов (баян), Морат Джанизаков (ҡурай), бейеүселәр — Розалина Йәғәфәрова, «Атмосфера» бейеү проекты ҡатнашты.

Юғары профессиональ кимәлдә ойошторолған, һоҡланғыс тамашаның режиссеры — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Рәфис Сирусин халыҡ йырҙарын, классик әҫәрҙәрҙе, заманса эстрада көйҙәрен берҙәй оҫта башҡарыусы, киң диапазонлы талантлы йырсы булараҡ тамашасының ихлас һөйөүен яуланы. Концертта тамашасы Рәфистең һәр йырын, уның сәхнәләш дуҫтарының сығыштарын дәррәү алҡыштарға күмде. Шундай матур, зауыҡлы, тәрән эстәлекле тамашала филармонияның ҙур залы көслө ҡул сабыуҙарҙан шаулап — гөрләп торҙо!

Афарин, Рәфис! Киләсәктә лә сағыу, үҙенсәлекле асыштар, юғары ижади үрҙәр теләйбеҙ һиңә!

✍: Әлфиә Ғимадеева!
📸: Ләйсән Миңлеханова!

Министерство культуры Республики Башкортостан
«Культурный мир Башкортостана»