• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Пресса БАШҠОРТ ЭСТРАДАҺЫНЫҢ ЛЕГЕНДАР ЙЫРСЫҺЫ

БАШҠОРТ ЭСТРАДАҺЫНЫҢ ЛЕГЕНДАР ЙЫРСЫҺЫ

Тәбиғәт яңырған, бөтә тереклек уянған, йылдың иң серле, ғозур мәлендә — шаулап килгән яҙҙың апрель айында башҡорт һәм татар эстрадаһының данлы йырсыһы, ярты быуаттан ашыу ғүмерен йыр сәнғәтенә бағышлаған, милли музыка сәнғәтен үҫтереүгә, пропагандалауға күп көсөн һалған, һоҡланғыс талант эйәһе, йырсы Нәзифә Жәүәт ҡыҙы Ҡадырова күркәм юбилейын билдәләй.
Нәзифә Ҡадырова халҡыбыҙға мәшһүр йырсылар бүләк иткән Учалы яҡтарында тыуып үҫкән. Уның тыуған ауылы Ахун — халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо йырҙарҙы ҡәҙерләп һаҡлаған, быуындан–быуынға тапшырған, татыу, берҙәм, эшсән халыҡ йәшәгән, йәшеллеккә, гөл-сәскәгә күмелеп ултырған, матур, төҙөк ауыл. Нәзифәнең бала сағы, үҫмер йылдары бына ошо мөхиттә үтә.

Йыр-моң яратҡан, талантлы, татыу ғаиләлә тәрбиә ала ул. Бәләкәйҙән йырсы булырға хыяллана Нәзифә. Әсәһенең оҫта итеп халыҡ йырҙарын башҡарыуын яратып тыңлай, ҡушылып йырлай. Радионан яңы йыр ишетеп ҡалһа, көйөн бик тиҙ отоп ала, һүҙҙәрен ҡабатлап йөрөп, тырышып өйрәнә. Ҡыҙҙың йырға булған сослоғон, маһирлығын күреп ата — әсәһе, туғандары бик шатлана, тиҫтерҙәре «йырсы Нәзифә» тип йөрөтәләр.

Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, профессиональ йырсы булыу теләге менән Нәзифә баш ҡалаға юллана. 1971 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында эстрада артисы булып эш башлай. Ситтән тороп Өфө музыка училищеһында белем ала. Йәш йырсы бай эстрада репертуарын тиҙ арала үҙләштерә, яңы йырҙарҙы сәхнәгә сығара. Һәр башҡарған йырының образын тойоп, тамашасы күңеленә еткерергә өйрәнә. Бер үк ваҡытта музыканың заманса йүнәлештәре менән ҡыҙыҡһына, яңылыҡҡа ынтыла. Һәләтле, тырыш, ныҡышмал ҡыҙҙы ҙур филармония коллективы тиҙ арала үҙ итә. Концерттар, гастролдәр теҙмәһендә барған шаулы, тыңғыһыҙ артист тормошонда ҡайнап йәшәй йәш ҡыҙ. Хеҙмәт юлының тәүге көнөнән алып ул репертуары өҫтөндә етди эшләргә, йырҙарҙы ентекле итеп һайлап алырға өйрәнә һәм бөтә ижад ғүмере буйына ошо талаптарға тоғро ҡала.

Нәзифә Ҡадырованы Башҡортостанда, Татарстанда, Рәсәйҙең күп өлкәһендә һәм ҡалаһында яҡшы беләләр, уның концерттарына халыҡ зал тултырып килә, ихлас алҡыштар менән оҙата. Уның сағыу сығыштарын Польша, Монголия, Германия, Дания, Һиндостан, Италия, Австрия һәм башҡа илдәрҙең тамашасылары алҡышлай.

Нәзифә бик күп мәртәбәле халыҡ — ара, сит ил фестивалдәрендә, абруйлы йыр бәйгеләрендә тыуған Башҡортостанын данлай. 1971 йылда республикала үткән йыр фестивалендә уңышлы сығыш яһағандан һуң Нәзифә тураһында матбуғат биттәрендә «башҡорт эстрадаһындағы уникаль күренеш» тип яҙып сығалар. 1979 йылда йырсы «Йыр менән тормош буйлап» Бөтә Союз телеконкурсында ҡатнашып дипломант исеменә лайыҡ була. 1980 йылда Сочиҙа үткән Бөтә Рәсәй совет йырҙарын башҡарыусылар конкурсында лауреат дипломы яулай һәм «Һөйөүем һин, Рәсәй!» йырын иң яҡшы башҡарыусы булараҡ билдәләнә. 1982 йылда мелодия фирмаһы уның яҙмалары менән гигант диск сығара. 1993 йылда Төркиәлә үткән фестивалдә ул «Алтын банан» премияһына лайыҡ була.

53 йыл сәхнәлә эшләү дәүерендә Нәзифә Ҡадыроваға Рәсәйҙең иң яҡшы оркестрҙары, билдәле дирижерҙар, композиторҙар һәм йырсылар менән эшләү бәхете тейә, улар һәр ваҡыт артистың һөйкөмлөлөгөн, һоҡланғыс артислыҡ һәләтен һәм юғары профессионал кимәлен билдәләй.

2001 йыл Нәзифә билдәле башҡорт композиторы Салауат Низаметдинов яҙған рус телендәге «Мөхәббәт йондоҙо» тигән тәүге башҡорт рок – операһында ҡатнаша. Унда йырсы Әсә партияһын башҡара. Опера ҙур уңышҡа өлгәшә, тамашасылар һәм ойоштороусылар Нәзифәнең юғары башҡарыу кимәлен һәм актерлыҡ оҫталығын билдәләй.

Хәтирәләргә, онотолмаҫ осрашыуҙарға бай сәнғәт юлында Нәзифәгә халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре менән бергәләп ижад итеү насип була. Мәшһүр композиторҙар Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф Мортазин, Шамил Ҡолбарисов, Рим Хәсәнов, Салауат Низаметдинов, Айрат Кәримов, Роберт Ғәзизов, Нур Дауытов, Альбина Имаева, Роза Сәхәүетдиновалар йырҙарын Нәзифә әле лә ҙур ихтирам һәм яуаплылыҡ менән башҡара. Республиканың данлы йырсылары Фәриҙә Ҡудашева, Мәғфирә Ғәлиева, Рамаҙан Йәнбәков, Илфак Смаков, Филүс Гәрәев, талантлы баянсылар Бәхти Ғайсин, Редик Фәсхетдинов, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов һәм башҡалар менән бер сәхнәлә сығыш яһаған осорҙағы яҡты иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай, һағынып иҫкә ала.

2017 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында «Эстрада легендалары» тип аталған яңы эстрада ретро-төркөмө ойошторола. Төркөмдө етәкләүҙе ҙур ышаныс менән Нәзифә Жауат ҡыҙына тапшыралар. Яңы төҙөлгән төркөм бай концерт программалары менән республика буйлап гастролдәрен башлап ебәрә. Филармонияның сәхнә ветерандарын берләштергән был ижади коллектив сағыу сығыштары менән тиҙ арала киң популярлыҡ яулай, республика ауылдарында, ҡалаларында көтөп алынған, һәр ерҙә лә ҙур уңыш менән сығыш яһаусы төркөм булып тора.

Йырсы бөгөн дә йәштән һайлаған, яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып ең һыҙғанып эшләй. Уның эш һәләте, йәшәү дәрте йәштәргә биргеһеҙ.
Нәзифәнең репетуарында йөҙләгән рус романстары, башҡорт, татар һәм рус халыҡ йырҙары, рәсәй һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре бар, Уларҙы йырсы тик үҙ алымдары менән башҡара, бер ваҡытта ла кемделер ҡабатламай. тик үҙенсә итеп йырлай. Сәхнәләге ихласлығы, урынлы, килешле хәрәкәттәре менән һәр йырында етеш, камил образдар тыуҙыра, йыр сәнғәтенең бөтә нескәлектәрен аңлап ижад итә.

Йыр һөйөүселәрҙе даими шәхсән концерттары менән ҡыуандыра. Романстар кисәһе, бөйөк еңеү яҙына арналған патриотик лекторий — концерт циклдары, халыҡ йырҙарына бағышланған тамашалар, юбилей бенефистары, билдәле кинофильмдарҙан һәм спектаклдәрҙән көйҙәр яңғыраған киноконцерттар, башҡорт, татар, рус классиктары һәм заманса эстрада көйҙәре менән программалар сығара. Концерттарында Башҡортостандың Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, филармонияның Эстрада – джаз, Камералы, Тынлы оркестрҙар, Таһир Сәйфуллин исемендәге академия хор капеллаһы менән сығыш яһай.

Нәзифә мотлаҡ тере тауышта йырлай. Алдан тауыштарын яҙҙырып, сәхнәлә ауыҙын асып – ябып ҡына торған йырсыларҙы бөтөнләй аңламай, тәнҡитләй: «Кеше алдамай, тәбиғәт биргән тауышыңды йәлләмәй йырлау, йыр аша тамашасыға ысын хис — тойғоларыңды еткереү, халҡыңа тоғро хеҙмәт итеү – йырсының изге бурысы», -ти Нәзифә Жәүәт ҡыҙы.

Нәзифә Ҡадырова филармонияла быуындар бәйләнешен тоташтырыусы, традициялар күсәгилешен булдырыусы, башҡорт эстрадаһының тере тарихы. Ул йәш йырсыларға кәрәкле кәңәштәрен йәлләмәй, ярҙам итә, үрнәк булырҙай ижады менән шәхсән өлгө күрһәтә.

Нәзифәнең һоҡланғыс сәхнә образы ниндәйҙер сихри тылсым көсөнә эйә. Сибәрлеге, зауыҡлығы, юғары башҡарыу оҫталығы, ихласлығы, ябайлығы менән ул тамашасыға ысын күңел байрамы, шатлыҡлы осрашыу минуттары бүләк итә. Йырсы һәр концертына етди әҙерләнә, репертуары өҫтөндә күп эшләй, вокал дәрестәре ала, репетициялар яһай, килешле күлдәктәр тектерә. Әйткәндәй, биш тиҫтәнән ашыу ижад осорондә йырсының сәхнә гардеробы йылдан — йыл байый. Нәзифә сәхнә кейемдәрен, концерттарының афиша — иғландарын, программаларын йыя, һаҡлай. Ҡасан да булһа Филармония тарихы музейы асылһа, сәхнә кейемдәрен, баҫма материалдарын шунда тапшырырға өмөтләнә. Күптән түгел Нәзифә Жауатовна филармония етәкселегенә музей асыу тураһында эшлекле тәҡдимдәрен дә еткерҙе.

Нәзифә Ҡадырова бик күп хәйриә концерттары биргән йырсы булараҡ та билдәле. Төрлө илдәрҙәге, ҡалаларҙағы хәрби частәрҙә биргән бихисап хәйриә концерттары СССР оборона министрлығының рәхмәт хаттары менән билдәләнә. Ошо изге традицияны дауам итеп СВО – ға әҙерләнгән һалдаттар алдында концерттар бирә. Мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында, балалар баҡсаларында, больницаларҙа сығыш яһай.

Йырсы республиканың йәмғиәт тормошонда ла актив ҡатнаша, филармонияның ветерандар советында әүҙем эшләй. Өфө ҡалаһы ветерандар ойошмаһы менән бәйләнешен өҙмәй, улар алдында йыш ҡына концерттар бирә. Даими рәүештә Нәзифә Жауат ҡыҙын йәш башҡарыусылар бәйгеләрендә баһалау төркөмөнә саҡыралар, унда уның фекеренә ҡолаҡ һалып, һәр ваҡыт етди иғтибар бирәләр ойоштороусылар.

Республиканың мотоспорт Федерацияһы етәкселеге һәм спортыслары менән дә йыш аралаша Нәзифә. Ире — легендар мотоуҙышсы, Башҡортостанды спорттың был ҡатмарлы, ауыр һәм хәүефле төрөндә донъя кимәленә күтәргән, Советтар Союзында һәм Башҡортостанда мотоуҙыш буйынса беренсе булып донъя чемпионы исеменә лайыҡ булған, алты тапҡыр донъя чемпионы легендар Ғабдрахман Ҡадыров иҫтәлегенә Федерация үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Данлы спортсы, күренекле шәхес Ғабдрахман Ҡадыровтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләщтереү сараларын тиҙләтеү, уға һәйкәл астырыу хыялы менән йәшәй. «Ошо ҙур эштәр башҡарылһа, бигерәк тә бәхетле булыр инем», — ти ул.

Нәзифәне Ғабдрахман беренсе тапҡыр филармонияла үткән “Ҡаҙ өмәһе” концертында күрә. Фәрештәләй сибәр, нескә, нәзәҡәтле ҡыҙға хайран ҡала, бер күреүҙән иҫе китеп ғашиҡ була. Ошо тәүге ҡайнар хис–тойғоларына ғүмере буйына хыянат итмәй, Нәзифәһен иң ҡәҙерле, зиннәтле, гүзәл сәскә һымаҡ ҡәҙерләй, яратып йәшәй. «Шул тиклем хисле, йомшаҡ күңелле, изгелекле, асыҡ кеше ине Ғабдрахман. Ул һәр ваҡыт яҡындарын тау кеүек ҡаплап, һаҡлап йәшәне. Шундай баш әйләнерлек ҙур данға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт ябай, тыйнаҡ булды. Уның кеүек кешене мин башҡа бер ҡасан да осратманым», — тип хәтерләй Нәзифә.

Көслө рухлы спортсмен, ысын ир-егет, һөйгәненә яратҡан ир, әсәһенә хәстәрлекле ул, ҡыҙына һөйөп туймаҫ атай булып, уларға ел-ямғыр тейҙермәй, бер ни йәлләмәй йәшәтә ғаиләһен Ғабдрахман. Уның менән Нәзифә үҙен хан ҡыҙылай тойоп һөйөп – һөйөлөп йәшәй, кинәнеп, ҡолас ташлап ижад итә, башҡорт эстрадаһы күгендә яҡты йондоҙ булып ҡабына.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғабдрахман ҡапыл ғына инсульттан вафат була. Ҡот осҡос юғалтыуҙан Нәзифә юғалып ҡала, бар ихтыяр көсөн туплап, сабыр булырға тырыша. Йәрәгендәге һағышты, ҡара ҡайғыны бер кемгә лә күрһәтмәй яратҡан сәхнәһендә, йырҙарында көс таба. Донъя булғас, төрлөһө була йырсы яҙмышында. Дан, халыҡ һөйөүе менән йәнәш ауыр юғалтыуҙар, һынауҙар, ҡайғы-хәсрәттәре лә килә. Мосолман ҡатындарына хас сабырлыҡ, түҙемлек менән ҡабул итә был һынауҙарҙы Нәзифә, бирешмәҫкә тырышып эшләй, ижад итә. Ғабдрахмандың яҡты иҫтәлеген, уның чемпион миҙалдарын, башҡа бик күп наградаһын, төрлө илдәрҙә мәртәбәле ярыштарҙа төшкән фотоһүрәттәрен Ҡадыровтар ғаиләһенең тарихи ҡомартҡыһы итеп ҡәҙерләп һаҡлай. Ейәне Данил менән ейәнсәре Лизаға был иҫтәлекле бүләктәрҙе күрһәтеп, данлы олаталары тураһында һөйләй, уның рухына тап төшөрмәй, лайыҡлы кешеләр булып йәшәргә өндәй.

Тормошоноң иң ауыр, ҡатмарлы йылдарында туғандары, ижадташ дуҫтары, тыуған коллективы терәк була Нәзифәгә. Бигерәк тә оҙаҡ йылдар бер сәхнәлә сығыш яһап йөрөгән виртуоз музыкант, талантлы баянсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев уға ҙур таяныс була, ейәндәрен үҫтерергә, тәрбиә бирергә, уҡытырға ярҙам итә. Тора-бара уларҙың яҡын хеҙмәттәшлеге, дуҫлығы, оло мөхәббәткә әйләнә. Бөгөн дә Нәзифә менән Ғәли башҡорт эстрадаһының парлы, сағыу йондоҙҙары булып илһамланып ижад итә, донъя көтә.

Нәзифә Жәүәт ҡыҙының йыр сәнғәтендәге фиҙәҡәр хеҙмәте юғары баһаланды. Ул — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены, « Фиҙәҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы кавалеры һәм Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ була. Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы, «Милләт әсәһе» республика конкурсының Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалы менән бүләкләнә.

Тормошта Нәзифә — бик тыйнаҡ, ипле һүҙле, кешеләргә ҡарата изге, киң күңелле, ихлас һәм алсаҡ кеше. Һәр саҡ йәш, сибәр, килешле, зауыҡлы кейемдәре, гүзәл ҡиәфәте менән һоҡландырып, ысын мәғәнәһендә сәнғәтебеҙ примадоннаһы булып йырлап йәшәй. Уның емешле ижадына, үҙенә оҙон ғүмер, һүнмәҫ-һүрелмәҫ дәрт, илһам, иҫәнлек–һаулыҡ теләйбеҙ. Халҡыбыҙҙың данлы, легендар йырсыһын тамашасыларҙың ихлас алҡыштары тағы бик күп йылдар оҙата барһын!

✍: Әлфиә Ғимаҙиева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы!