• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Пресса Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры Себерҙә гастролдә
Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры Себерҙә гастролдә

Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры Себерҙә гастролдә

Яҡташтарыбыҙ «Себер ҡылдары» тип исемләнгән V Халыҡ-ара уйын ҡоралдары фестивален асыуҙа ҡатнашты. Быйылғы мәҙәни форум Новосибирск филармонияһының һәм Рус академия халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының 95 йыллыҡ юбилейына арнала. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Был сығышты Башҡортостан музыканттарының себер ҡылдарын сиртеүе, тип әйтергә мөмкин. Ә ни бары оҫталыҡ дәресе генә. Шуға ҡарамаҫтан, Новосибирск өлкә мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттарын ул битараф ҡалдырманы. Бығаса ишетеп кенә белгән ҡурай, ҡыл ҡубыҙ, думбыра кеүек уйын ҡоралдары менән улар бөгөн яҡындан танышты.

Подробнее: https://bash.news/bash/news/175696-bashkortostandyn-khalyk-uyyn-koraldary-milli-orkestry-seberze-gastrolde