• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Пресса Думбыра ҡылдарын сыңлатып
Думбыра ҡылдарын сыңлатып

Думбыра ҡылдарын сыңлатып

Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры 2001 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы эргәһендә ойошторола. Һәм ошо ваҡыттан алып, бына егерме йылдан ашыу инде йыр-моң яратыусылар күңелен имләп, рухландырып, һыҙландырып һәм дәртләндереп сәхнә түрҙәренән уның көйҙәре ағыла ла ағыла.

Башҡорт халҡының боронғо музыка ҡоралдарында ғына түгел, рус халыҡ музыка ҡоралдарында ла уйнап, симфоник оркестрҙы һәм өзләү тембрҙарын берләштереп, моңдоң уникаль яңғырашына өлгәшә был коллектив. Оркестр составында ҡурай, баян, һуҡма, ҡыллы-һыҙғыслы (ҡыл ҡумыҙ, скрипка, альт, виолончель, контрабас) һәм сиртмә (думбыра, домра, балалайка-бас) музыка ҡоралдары, шулай уҡ ҡумыҙ, хайран, чоор (ҡырғыҙҙарҙың буй флейтаһы) бар.  Оркестрҙың йөҙөк ҡашы булған һылыуҡай Гүзәл Ишморат ҡыҙы Үмәрғәлина хаҡында был яҙма.

Подробнее: https://tamasha-rb.ru/articles/kultura/2022-06-23/dumbyra-yldaryn-sy-latyp-2851172?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=119242692