• Учредитель — Министерство культуры Республики Башкортостан
    тел: +7(347)280-87-56, email: mkrb@bashkortostan.ru
Новости Пресса ФИЛАРМОНИЯ ГӨРЛӘЙ
ФИЛАРМОНИЯ ГӨРЛӘЙ

ФИЛАРМОНИЯ ГӨРЛӘЙ

Йәй — республиканың сәнғәт коллективтары өсөн үткән ижад миҙгеленә йомғаҡ яһау һәм яңыһына әҙерлек осоро. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы уны ниндәй йомғаҡтар һәм киләсәккә пландар менән ҡаршы ала? Ошо турала Реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Ирина ЗАХАРОВА һөйләне.

Йыл йомғаҡтары һәм яҡын киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?

— Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 83-сө ижад миҙгелен тамамлап, уға йомғаҡтар яһай. Йыл һайын беҙҙең ижади коллективтар үҙебеҙҙә 200-ҙән ашыу концерт, ә гастролдәрҙә меңдән ашыу сығыштар яһай. Бындай емешле эшкә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге филармонияларҙан айырмалы рәүештә, эстрада төркөмдәре һаҡланып ҡалыуы ла булышлыҡ итә. Улар Башҡортостан буйлап та, башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәргә лә концерттар менән бик теләп сыға. Үткән миҙгел бик күп ваҡиғаларға, матур концерт программаларына, яңы проекттарға бай булды. Шуларҙың береһе — 25 йыллығын билдәләгән «Розовая пантера» джаз фестивале. Уны быйыл Рәсәйҙә ошо музыкаль йүнәлеш барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыуға арнап үткәрҙек һәм тамашасыларҙың күңеленә шул тиклем хуш килеүен тойҙоҡ. Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының «НОНИ менән классика» тигән бик моңло проектын да яратып ҡабул иттеләр. Уның сиктәрендә артистарыбыҙ ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, ҡыл ҡумыҙ кеүек башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында Чайковский, Вивальди һәм башҡа донъяға билдәле композиторҙарҙың әҫәрҙәрен уйнап ишеттерҙе. Шулай уҡ был коллектив Новосибирск ҡалаһында үткән «Себер ҡылдары» Халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙарының халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев етәкселегендә уңышлы ҡатнашып, рәхмәт хаттары менән бүләкләнеп ҡайтты. Әйткәндәй, Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры киләһе 84-се ижад миҙгелендә «Ҙур гастролдәр» федераль проекты сиктәрендә Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында сығыш яһаясаҡ һәм был турне Санкт-Петербург менән Мәскәү ҡалаларындағы тамашалар менән тамамланасаҡ, тип көтөлә.
Подробнее: http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5595